Даирә
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Август 2023, 15:02

Табиптар уға ярты йыл ғүмер вәғәҙәләгән була...

Һуңғы көндәрендә Родион һуҡырайған, йөрөй алмаған, тик йылмайыуҙан туҡтамаған...    

Табиптар уға ярты йыл ғүмер вәғәҙәләгән була...
Табиптар уға ярты йыл ғүмер вәғәҙәләгән була...

Хоккей донъяһында ҙур юғалтыу – йәш һәм перспективалы һөжүмселәрҙең береһе Родион Әмиров вафат булды. 21 йәшлек кенә спортсы өлкәндәр кимәлендә оҙаҡ уйнамаһа ла, үҙенең бар һәләттәрен күрһәтеп өлгөргәйне. Уны көйәрмәндәре иҫ китмәле талантлы һәм йылмайыусан кеше итеп хәтерҙә ҡалдырасаҡ.

“Салауат Юлаев” уйынсыһының һәләтен океан аръяғында ла тиҙ күрҙеләр һәм Канаданың “Торонто Мейпл Лифс” командаһы уны юғары 15-се номер менән һайлап алды. Әлбиттә, ул сит илгә иртәрәк тә китә ала ине, тик тәүҙә тыуған “Салауат Юлаев” өсөн уйнағыһы, үҙ илендә йондоҙ булғыһы килде.

2021-2022 йылғы миҙгел алдынан Родион йәрәхәт ала. Хоккейсы өсөн ул әллә ни ҡурҡыныс булмай, умрау һөйәге генә һына. Хатта операция яһаған хәлдә лә, ул бер нисә аҙнала, иң күбе бер нисә айҙа һауығып боҙға сығырға тейеш ине. Тик ул шул саҡта юғала. Һәм 2022 йылдың февралендә ҡурҡыныс яңылыҡ билдәле була: Әмировтың мейеһендә яман шеш табыла һәм ул химия терапияһы курсы үтеп йөрөгән була. Баҡһаң, уны тикшергән саҡта клуб табиптары насар сирҙе тапҡан һәм дауалау башлаған.

Онкологияны сағыштырмаса иртә асыҡлауҙары әҙерәк ҡыуандыра ине, сөнки беренсе стадия булғас, һауығыуға ышаныс ҙур була. Тәүҙә кеше күҙенә күренмәгән Родион киң матбуғат сараларында күренә башлағас, сире тураһында һорамауҙы үтенә.

“Йыш ҡына һаулығың нисек тип һорайҙар. Йәнде көйҙөрә ҡайһы берҙә. Мин һау кеше, күнекмәләргә йөрөйөм, һорамағыҙ был турала”, – тип әйтә ул бер интервьюһында “Спорт-Экспресс” баҫмаһына.

Ул ысынлап та үҙенең командаһы менән бергә шөғөлләнә. Эйе, ҡайһы бер сикләүҙәр булһа ла, ул күнекмәләргә йөрөй һәм һауығырына ышана.

Тик ысынбарлыҡ ҡурҡыныс булып сыға. Уның Төньяҡ Америкалағы агенты Дэн Мильштейн һөйләүенсә, 2022 йылдың октябрендә уның хәле ҡапыл насарлана. Тап шул саҡта Әмиров Канадалағы клубына осҡан була. Табиптар тикшерә һәм сирҙең дүртенсе стадияға еткәнен билдәләй. Уға ни бары алты ай йәшәргә ҡала тиҙәр.

Егетте ашығыс рәүештә Сколковоға килтерәләр, бында табиптар уның ғүмере өсөн туғыҙ ай көрәшә. Тик ярҙам итә алмағандарын аңлағас, яҡындары уны Германияға алып китә. Һуңғы көндәрендә Родион атлай алмай, күҙҙәре һуҡырая, һуңғы аҙнаһында башын да тота алмай – сир уны еңә.

Тик шундай ауыр хәлдә булғанында ла, ул үҙе түгел, ата-әсәһе өсөн борсола. Һәр яңы көн уның өсөн батырлыҡ була, аңына килеп, хәле еңеләйгәндә, йылмайырға, шаяртырға тырыша.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәш, көслө, талантлы егет сирҙән еңелә. Кисә уның йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Спортсыны ерләү буйынса сығымдарҙы “Салауат Юлаев” клубы үҙ өҫтөнә аласаҡ. Уның менән хушлашыу көнө һәм ваҡыты һуңғараҡ хәбәр ителәсәк. 

Фото: cdn.regnum.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: