Даирә
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Февраль 2023, 10:01

Кубокка дауахана хеҙмәткәрҙәре эйә булды

- Саңғы спортын ныҡ яратам. Ғөмүмән,  мин бала саҡтан бик күп спорт төрҙәре менән шөғөлләнәм һәм шулай уҡ төрлө ярыштарҙа ҙур теләк менән ҡатнашам. Физкультура һәм спортты бер ҡасан да ташламаясаҡмын. Саңғы ярышында йыл да тиерлек призлы урындар алам.

Кубокка дауахана хеҙмәткәрҙәре эйә булды
Кубокка дауахана хеҙмәткәрҙәре эйә булды

Кубокка дауахана хеҙмәткәрҙәре эйә булды

Был көндө Ҡырмыҫҡалы ауыл советының спорт һөйөүселәре бер ергә - ауыл советы хакимиәте башлығы кубогына уҙғарылған саңғы ярышына йыйылды. Бында район хакимиәте, Ауырғазы күп профилле колледжының Ҡырмыҫҡалы филиалы, Ҡырмыҫҡалы гимназияһы, Үҙәк район дауаханаһы, мәғариф бүлеге, спорт мәктәбе, ДРСУ, "Ростелеком", 1-се балалар баҡсаһы, район ҡулланыусылар йәмғиәтенән барлығы 10 команда һәм айырым спортсылар ҡатнашты.

Саңғы трассаһына йыйылған 60-тан ашыу спортсы араһында ярыш ҡыҙыу барҙы. Улар йәш төркөмдәре буйынса бүленеп, бер-бер артлы стартҡа баҫа торҙо, ә финишта уларҙы жюри ағзалары һәм көйәрмәндәр дәртле алҡыштар менән ҡаршы алды.

- Саңғыла йөрөү – спорт буйынса берҙән-бер тиерлек яратҡан шөғөлөм. Бер үҙем һәм яйлап ҡына саңғыла йөрөргә яратам. Саф һауала, ап-аҡ ҡарҙан шыуыуы күңелдә шул тиклем ҡыуаныслы хистәр уята. Гүйә, тәбиғәт тик һинең менән генә аралаша, көс бирә. Ваҡыт булған һайын бында килергә тырышам. Ошондай яҡшы саңғы трассаһы һалып торған спортсыларға рәхмәтлемен. Саңғы ярыштарында гелән ҡатнашып торам, быйыл призлы урынға сыҡманым, уның өсөн бер ҙә борсолмайым, иң мөһиме – ҡатнашыу, - тигән тәьҫораттары менән бүлеште Ауырғазы күп профилле колледжының Ҡырмыҫҡалы филиалы уҡытыусыһы Зөбәржәт Ғиззәтуллина.

- Саңғы спортын ныҡ яратам. Ғөмүмән,  мин бала саҡтан бик күп спорт төрҙәре менән шөғөлләнәм һәм шулай уҡ төрлө ярыштарҙа ҙур теләк менән ҡатнашам. Физкультура һәм спортты бер ҡасан да ташламаясаҡмын. Саңғы ярышында йыл да тиерлек призлы урындар алам. Бөгөн дә өсөнсө урынға сыҡтым һәм тиҙҙән район хакимиәте башлығы кубогына арналған ярышта көс һынаясаҡмын, - ти район Советы аппаратының ойоштороу бүлеге начальнигы Рәсүл Фәттәхов. 

Ярыш һөҙөмтәләре буйынса ауыл советы хакимиәте башлығы кубогын Үҙәк район дауаханаһы командаһы яуланы, ә призлы урындар түбәндәгесә билдәләнде:

Ҡатын ҡыҙҙар араһында:
16-29 йәш

1-се урын - Хрипунова Евгения;
2-се урын – Ғөзәирова Гүзәл;
3-сө урын - Булатова Эльза.
30-39 йәш
1-се урын – Ҡолшәрипова Гөлнур;
2-се урын - Яҡупова Алина;
3-сө урын - Әхтәмова Гүзәл.
40-49 йәш
1-се урын - Хоҙайҙатова Әлфиә;
2-се урын - Гәрәева Эльмира;
3-сө урын  - Суслова Мария.
50-59 йәш
1-се урын - Мостафина Фирҙаүсә;
2-се урын - Мөхәмәтйәнова Әнүзә;
3-сө урын – Юлмөхәметова Гөлүзә.
60+
1-се урын - Мөхәмәтйәрова Рәйсә;
2-се урын - Павельева Ольга;
3-сө урын – Шәмсеүәрова Рәхилә.

Ирҙәр араһында:
16-29 йәш

1-се урын - Вәлетдинов Кирилл;
2-се урын - Миһранов Эльмир;
3-сө урын - Нәбиев Динислам.

30-39 лет
1-сө урын - Яров Рданис;
2-се урын - Кириллов Владимир;
3-сө урын - Фәттәхов Рәсүл.

40-49 йәш
1-се урын - Макаров Вячеслав;
2-се урын - Юнысов Филүс;
3-сө урын – Исмәғилов Фәнит.
50-59 йәш
1-се урын - Ғәйфуллин Роберт;
2-се урын - Мөхәмәтйәнов Иршат;
3-сө урын – Зәйнуллин Радик.
60+
1-се урын - Кириллов Юрий;
2-се урын - Гаврилов Вячеслав;
3-сө урын - Абдулин Миңлеғәли.

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотолары.

Фотолар альбомда: https://vk.com/album234260352_291224335 

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: