Даирә
+25 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Ғинуар 2023, 10:20

Йыл спортсыһы

Сахай ауылында йәшәүсе Илмир Шафиҡов өсөн быйылғы йыл еңеүҙәргә бай булды.

Йыл спортсыһы
Йыл спортсыһы

Йыл спортсыһы

Сахай ауылында йәшәүсе Илмир Шафиҡов өсөн быйылғы йыл еңеүҙәргә бай булды.

Бала саҡтан спорт һөйгән Илмир Әмир улы лапта буйынса Рәсәй спорт мастеры дәрәжәһенә тиклем үрләгән. 2022 йылда ул еңел атлетика буйынса Башҡортостан Республикаһы ауыл спорт уйындарында еңеү яуланы. Шулай уҡ лапта буйынса ла бик күп еңеүҙәргә өлгәште спортсы.  

Илмир Шафиҡов Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлағас, дүрт йыл  Сахай мәктәбендә уҡыта, шул уҡ ваҡытта спорт мәктәбендә лапта һәм еңел атлетика буйынса тренировкалар алып бара. Илмир Әмир улының уҡыусылары ла төрлө ярыштарҙа призлы урындар яулауға өлгәшә.

- Спортҡа һөйөү ата-әсәйемдән килгәндер, тип уйлайым. Әсәйем саңғыла йөрөргә яратты, ә атайым еңел атлетиканы үҙ итте, - ти.

Әлеге көндә Илмир Шафиҡов нефть заводында ҡотҡарыусы булып эшләй. Ҡайҙа ғына эшләһә лә ул спортты бер ҡасан да спортты ташламай.

 

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: