Даирә
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Ғинуар 2023, 12:39

Район спортсылары һынатмай

Руслан Хәйертдинов, район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физкультура һәм спорт бүлеге начальнигы:

Район спортсылары һынатмай
Район спортсылары һынатмай

Руслан Хәйертдинов, район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физкультура һәм спорт бүлеге начальнигы:

- Физик культура, спорт үҫеше һәм “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проектын тормошҡа ашырыу буйынса әүҙем саралар үткәрелә. Районда 177 спорт ҡоролмаһы, шул иҫәптән Ҡырмыҫҡалы ауылында  2 физкультура-һауыҡтырыу комплексы, тәбиғи газонлы 4 футбол яланы, махсус япмалы 8 комплекслы спорт майҙаны, 19 хоккей майҙаны (коробкаһы), Прибельский һәм Ҡырмыҫҡалы ауылдарында 2 саңғы трассаһы эшләй.

“Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе”ндә 20-нән артыҡ спорт төрө буйынса 1950 бала шөғөлләнә.

Статистик күрһәткестәр буйынса районда барлығы 23997 кеше физкультура һәм спорт менән шөғөлләнә. Был район халҡының 54,5%-тын тәшкил итә.

Ҡырмыҫҡалы районы спортсылары  Башҡортостандың ХХХ Ауыл спорт уйындары ярыштары календарына ингән 13 спорт төрөндә ҡатнашты. Ауыл спорт уйындары һөҙөмтәһе буйынса 2022 йылда Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль райондар араһында комплекслы зачетта 9-сы урынды алды.

Быйыл районда спорт буйынса төрлө категория кешеләре өсөн барлығы 200 сара уҙғарылды. ГТО нормаларын тапшырыу буйынса бик күп комплекслы саралар үткәрелде. “Милләт кросы”, “Рәсәй саңғы юлы”, Спорт декадаһы, Яңы йыл ғаилә уйындары – 2022, саңғы ярышы буйынса район хакимиәте башлығы Кубогы, Еңеү көнөнә спорт фестивале, Физкультурниктар көнө, Сәләмәтлек көнө кеүек күмәк халыҡ йәлеп ителгән спорт саралары даими ойошторола. Шулай уҡ футбол, мини футбол, лапта, мини лапта, волейбол буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселектәре үтә. Бындай спорт ярыштарына районыбыҙҙың төрлө йәштәге спорт һөйөүселәре йәлеп ителә.

Районда йәшәүсе сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән 1874 кешенең 141-е мәғариф өлкәһендә, 117-һе йәмәғәт ойошмалары һәм учреждениелары базаһында адаптив физик культура һәм спорт менән шөғөлләнә. Пауэрлифтинг, еңел атлетика, шахмат һәм өҫтәл теннисы кеүек спорт төрҙәре буйынса адаптациялы дөйөм үҫтереү программалары уйлап табыу һәм тормошҡа ашырыу планлаштырыла.

Быйыл Марат Хәсәнов, Оксана Патрикеева, Илзинә Шафиҡова, Михаил Иванов, Солтан Алдаҡаев, Азамат Ғәҙелшин, Сабина Ноғоманова, Даниил Сафин, Илдар Хөсәйенов иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: