Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Декабрь 2022, 15:36

Радий Хәбиров: Башҡортостан туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы өлкәһендә лидерҙарҙың береһенә әүерелә бара

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһендә республиканың туризмды һәм ҡунаҡсыллыҡты үҫтереү өлкәһендә алдынғыларҙың береһенә әүерелеүен билдәләне.

Радий Хәбиров: Башҡортостан туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы өлкәһендә лидерҙарҙың береһенә әүерелә бара
Радий Хәбиров: Башҡортостан туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы өлкәһендә лидерҙарҙың береһенә әүерелә бара

«Беҙ туристарҙы йәлеп итеү өсөн яңы урындар булдырабыҙ. Быйыл йәй Шүлгәнташта үҙенсәлекле музей комплексын астыҡ. Шишмә районында Күсмә цивилизация үҙәген ойошторабыҙ. «Янғантау» һәм «Торатау» геопарктарының инфраструктураһын яҡшыртыуҙы дауам итәбеҙ. Сәнәғәт туризмын үҫтереү эшенә тотонабыҙ. Социаль туризм программаларына айырым иғтибар бүләбеҙ. «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» проекты оло быуын вәкилдәренә республика буйлап экскурсиялар тәҡдим итә. Быйыл 10 мең пенсионер сәйәхәттән көс-дәрт һәм сағыу тәьҫораттар алып ҡайтты. Республика буйлап сәфәрҙә йөрөгәнемдә мин уларҙың туристик төркөмдәрен осратҡаным булды. Ветерандар был программа өсөн шул тиклем рәхмәтле. Хөкүмәткә ошо программаны финанслауҙы арттырырға ҡушам», – тип билдәләне Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/poslanie22/2022-12-15/radiy-habirov-bashkortostan-stanovitsya-odnim-iz-liderov-v-oblasti-turizma-i-industrii-gostepriimstva-3072836

Автор:Роман Якимчук
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: