Даирә
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Декабрь 2022, 21:03

Рөстәм Нәбиев: "Ҡанатһыҙ ҙа осоп була!"

Яҡташыбыҙ Килиманджаро тауына менеп етте! Ул ниндәй тәьҫораттарын еткерҙе?   

Рөстәм Нәбиев: "Ҡанатһыҙ ҙа осоп була!"
Рөстәм Нәбиев: "Ҡанатһыҙ ҙа осоп була!"

Бөгөн билдәле блогер, яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиев сираттағы ҙур бейеклекте яуланы – Африкалағы Килиманджаро тауына ике ҡулында менә алды. Был турала ул телеграм-каналында яҙҙы.

“Кешегә ҡуйған маҡсатына өлгәшеү өсөн нимә кәрәк? Теләк, илһам, ихтыяр көсө генә етәме, әллә ни бары хәрәкәт итеү генә кәрәкме? 8 декабрҙә 4.30 сәғәттә мин үҙ ҡулдарымда Африка континентының иң бейек нөктәһе Килиманджароға (5895 метр) менеп еттем. Дөйөм алғанда, 50 километр ара үттем.

Дөрөҫөн әйтәм, был тау минең өсөн ауыр түгел, ә НЫҠ АУЫР булды. Шулай ҙа, бер нәмәгә лә ҡарамай, флагыбыҙҙы иң юғары нөктәгә ҡаҙай алдым.

Мин, Рөстәм Нәбиев, сираттағы тапҡыр бар донъяға ҡанатһыҙ ҙа осоп булғанын дәлилләгән кешемен. Иң мөһиме - дөрөҫ бейеклекте һайларға кәрәк”, – тип яҙҙы яҡташыбыҙ.

Был ваҡиға уңайынан уны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡотланы. “Рөстәм Нәбиев Рәсәйҙең иң юғары нөктәһен – Эльбрусты һәм Непалдағы Манаслу тауын яуланы. Әле ул Килиманджароға ла барып етте. Ҡаһарманлыҡ һәм башҡаларға күрһәткән лайыҡлы миҫалың өсөн рәхмәт!" - тип яҙҙы республика етәксеһе.

Беҙ ҙә Рөстәм Нәбиевте ихлас ҡотлайбыҙ!

Фотолар Р. Нәбиевтең телеграм-каналынан.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: