Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Сентябрь 2022, 16:31

Балаңды спортҡа алып кил!

Йыл да яңы уҡыу йылы башланыу менән Ҡырмыҫҡалының балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе “Балаңды спортҡа алып кил” тигән акция үткәрә.

Балаңды спортҡа алып кил!
Балаңды спортҡа алып кил!

Балаңды спортҡа алып кил!

Йыл да яңы уҡыу йылы башланыу менән Ҡырмыҫҡалының балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе “Балаңды спортҡа алып кил” тигән акция үткәрә.

Был көндө физкультура һәм спорт, сәләмәт тормош һөйөүсе ата-әсәләрҙе һәм балаларҙы тренер-уҡытыусылар коллективы ихлас ҡаршы алды. Спорт мәктәбе алды шау-шыу килгән балалар һәм уларға спорт төрөн һайларға ярҙам итеүсе ата-әсәләр менән тулы. Түңәрәктәргә яҙылырға теләгән балалар үҙҙәренең күңеленә ятҡан спорт төрөн һайлап, шунда уҡ яҙылырға мөмкинселек алды.

Бына 6 йәшлек Мансур Ишмаков та әсәһе һәм бәләкәй туғаны менән килгән. 

- Улым икенсе йыл футбол менән шөғөлләнә. Был уйын уға бик оҡшай, бик ҙур теләк менән йөрөй, - ти уның әсәһе Фәнилә Ишмакова. 

Әйткәндәй, спорт учреждениеһына яңы етәксе килгән.

- Беҙҙең спорт мәктәбендә 6 йәштән алып 18 йәшкәсә тәрбиәләнеүселәр 20 йүнәлештәге физкультура-спорт төркөмдәренә йөрөй ала. Шулай уҡ бында ГТО буйынса тест үтергә шарттар булдырылған. Бында балалар менән квалификациялы уҡытыусы-тренерҙар шөғөлләнә. Улар араһында спорт мастерҙары, спорт мастерҙарына кандидаттар бар. Тренерҙарыбыҙ үҙҙәре лә төрлө кимәлдәге спорт ярыштарында район данын яҡлай. Бөгөнгө сараға бик күп балалар килеүе ҡыуаныслы. Уларҙың барыһын да төрлө түңәрәктәргә яҙҙыҡ һәм тиҙҙән улар спорт мәктәбендә шөғөлләнә лә башлаясаҡ. Кемдәр был көндө килеп өлгөрмәгән йә белмәй ҡалған, уларҙы ла көтөп ҡалабыҙ. Кәңәштәр кәрәк булған осраҡта һәм шулай уҡ үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған барлыҡ һорауҙар менән туранан-тура беҙҙең спорт мәктәбенә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ, - ти Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең директоры Эльмир Радик улы Миһранов.  

Физкультура һәм спорт һөйөүсе балаларға һәм барлыҡ сәләмәт тормош яҡлы ата-әсәләрегә, уҡытыусы-тренерҙарға ҙур уңыштар һәм яңынан-яңы үрҙәр яулауын теләйбеҙ!

Розалия БИКТИМЕРОВА.

Автор фотолары.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: