Даирә
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Август 2022, 12:21

Физкультура һәм спорт менән йәнәшә

Йыл һайын августың икенсе шәмбеһендә Рәсәйҙә Физкультурниктар көнө билдәләнә. Бөтә спорт һөйөүселәрҙе берләштергән был көн 1939 йылдан башлап байрам ителә. Илебеҙҙең һәр төбәгендә физик культураны үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Беҙҙең районда ла спорт менән шөғөлләнеү, сәләмәт йәшәү рәүешен әүҙемләштереү өсөн барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған. Район үҙәгендә спорт мәктәбе, физкультура-һауыҡтырыу һәм спорт-һауыҡтырыу комплекстары эшләп килә. Бында балалар һәм үҫмерҙәр менән бер рәттән ололар ҙа төрлө спорт уйындарына йәлеп ителә. Сәләмәт тормош алып барыусыларҙың һөнәри байрамдары уңайынан беҙ район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физкультура һәм спорт бүлеге начальнигы Руслан Хәйертдинов менән осраштыҡ.

Физкультура һәм спорт менән йәнәшә
Физкультура һәм спорт менән йәнәшә

13 август – Физкультурниктар көнө

Физкультура һәм спорт менән йәнәшә

Йыл һайын августың икенсе шәмбеһендә Рәсәйҙә Физкультурниктар көнө билдәләнә. Бөтә спорт һөйөүселәрҙе берләштергән был көн 1939 йылдан башлап байрам ителә. Илебеҙҙең һәр төбәгендә физик культураны үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Беҙҙең районда ла спорт менән шөғөлләнеү, сәләмәт йәшәү рәүешен әүҙемләштереү өсөн барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған. Район үҙәгендә спорт мәктәбе, физкультура-һауыҡтырыу һәм спорт-һауыҡтырыу комплекстары эшләп килә. Бында балалар һәм үҫмерҙәр менән бер рәттән ололар ҙа төрлө спорт уйындарына йәлеп ителә. Сәләмәт тормош алып барыусыларҙың һөнәри байрамдары уңайынан беҙ район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физкультура һәм спорт бүлеге начальнигы Руслан Хәйертдинов менән осраштыҡ.

Татарстандың Әлмәт ҡалаһында тыуып, бала һәм үҫмер сағын Нефтекама ҡалаһында үткәргән Руслан Илдус улын яҙмыш елдәре нисек Ҡырмыҫҡалы еренә алып килгән һәм районыбыҙ спортсылары ниндәй уңыштарға өлгәшкән? Ошо хаҡта булыр һүҙебеҙ.

Бала саҡтан физкультура һәм спорт менән дуҫ булған егет мәктәпте тамамлағас, нефть колледжына уҡырға инә. Әммә спортҡа булған һөйөү үҙенекен итә һәм ул был уҡыу йортонда бер йыл белем алғас, Ижевск ҡалаһындағы Удмурт дәүләт университетының физик культура буйынса педагогик факультетҡа уҡырға инә. Уҡып йөрөгән саҡта ҡаланың футбол командаһында уйнарға ла өлгөрә йәш егет. Хатта уҡыуынан академик отпуск алып, бер йыл буйы футбол командаһында шөғөлләнә һәм Пермь крайындағы Чайковский ҡалаһының “Энергия” командаһы составында Рәсәй беренселегенең икенсе лигаһында уйнай. Кире университетҡа ҡайтып, уҡыуын тамамлағас, Нефтекама ҡалаһында тренер булып эш башлай ул. Шул уҡ йылдарҙа уҡ Руслан Хәйертдиновты бик шәп футболсы булараҡ белгән таныштары уны Ҡырмыҫҡалы командаһына уйнарға саҡыра. Шулай итеп ул бер нисә йыл рәттән беҙҙең район командаһы өсөн уйнай. 2008 йылда район үҙәгендә спорт мәктәбе төҙөлгәс, йәш белгесте бында тренер булараҡ эшкә саҡыралар. Яңы ғына өйләнгән егет күп тә уйлап тормай, эшкә килергә риза була, сөнки бында төҙөлгән спорт мәктәбе республика буйынса иң яҡшыларҙың береһе булып иҫәпләнә. Бындағы спорт залының бөтә стандарттарға тап килеүе лә йәлеп итә уны. Шулай уҡ йәш ғаиләгә торлаҡ менән ярҙам итергә лә вәғәҙә итәләр. Бына шулай башланып китә Руслан Илдус улының Ҡырмыҫҡалы спорты менән бәйле тормошо.

- Шул көндән тормошомдоң өр-яңы бите асылды һәм тренер-уҡытыусы булараҡ үҙемдең бөтә көсөмдө тулыһынса физкультура һәм спорт өлкәһенә, футболға арнаным. Районда миңә ныҡ ярҙам иттеләр, балаларҙы спортҡа йәлеп итеү өсөн бөтөн шарттар тыуҙырҙылар. Иң тәүге командам 1993-1994 йылда тыуған үҫмерҙәр булды. Улар менән әүҙем шөғөлләнә башланыҡ һәм республика буйынса мини футбол буйынса республика беренселегенә сығырға ла баҙнат иттек. Шул уҡ ваҡытта Прибельский ауылында тренер Нәзим Байғусҡаров та футбол буйынса түңәрәк алып барҙы. Уның һәйбәт уйынсыларын да бергә төрлө ярыштарға алып барҙыҡ. Һуңыраҡ 1995-1996 йылғы егеттәрҙән шәп команда барлыҡҡа килде, улар менән төрлө ярыштарҙа еңеүҙәр яулай башланыҡ. Шулай итеп 2016 йылға тиклем тренерлыҡ эшен алып барҙым, - тип хәтерләй ул.

Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбен физкультура-һауыҡтырыу комплексы менән берләштергәс, Руслан Илдус улын спорт мәктәбе директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Ул тренерлыҡ иткән осорҙа район футболсылары командаһы Республика һәм хатта Бөтә Рәсәй аренаһында мини футбол һәм ҙур футболда ҙур уңыштарға өлгәшә. 2017 йылда бөтә Рәсәйҙең ауыл командалары араһында беҙҙекеләр икенсе урынға сыға.

- Директорлыҡ эшенә күскәс, тағы ла ҙурыраҡ яуаплылыҡ өҫтәлде һәм тренерлыҡ эшенә ваҡыт аҙыраҡ ҡалды. Вадим Канбеков спорт комитетын етәкләгән, мин спорт мәктәбе директоры, Наил Баҙарғолов минең урынбаҫар булған саҡта күп ярыштарға йөрөнөк һәм еңеүҙәр яуланыҡ, бик күп яҡшы һөҙөмтәләргә ирештек. Был дәүерҙе район спортының алтын осоро тип атаһаң да хата булмаҫ. Ауыл уйындарында тәүге тапҡыр райондың ололар командаһы икенсе урын яуланы. Уҡыусылар спартакиадаһында ла бер ҡасан да булмаған ҙур һөҙөмтәгә ирештек, икенсе урынға сыҡтыҡ. ГТО буйынса ла 2017, 2019 йылдарҙа рейтинг буйынса республикала беренсе урында килдек. Әйткәндәй,  мин ГТО буйынса Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексының муниципаль тест үҙәгенең етәксеһе лә булып торам. ГТО буйынса алған значоктар сығарылыш уҡыусылары өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Шуға күрә уҡыусыларҙың барлыҡ нормативтарҙы үтәп, значоктар алыу йүнәлешендә ҙур эш башҡарыла. Шулай уҡ районда спорт буйынса бик күп саралар үткәрелеп тора. Ярыштар үткәреү өсөн беҙҙә спорт залдары бик күп. Был йәһәттән күп райондар маҡтана алмай. Шулай уҡ республика кимәлендәге ярыштар ҙа күбеһенсә беҙҙә үтә. М.Шайморатов кубогына көрәш, волейбол буйынса республика беренселеге йыл да беҙҙә үтә. Шулай уҡ хоккей, футбол, өҫтәл теннисы, лапта, шахмат буйынса ла ярыштар даими үтеп тора. Әлбиттә, кадрҙар етешмәүе менән бәйле әҙерәк проблема бар, әммә ул тиҙ арала хәл ителер тип ышанабыҙ. Беҙҙең район географик яҡтан да уңайлы урында урынлашҡан, шуға беҙҙә үткән ярыштарға бик күп командалар килә. Пандемия ваҡытында бик күп һөҙөмтәләрҙе юғалттыҡ, әлбиттә, әммә кире әүҙемләшеп барабыҙ, - тип һөйләй яратҡан эше тураһында Руслан Илдус улы.

2020 йылда Руслан Илдус улының тормошонда тағы ла үҙгәрештәр була, уға район хакимиәтендәге йәштәр сәйәсәте, физкультура һәм спорт бүлеген етәкләү бурысын ышанып тапшыралар һәм ул хәҙер барлыҡ райондың физкультура һәм спорт үҫеше өсөн яуап бирә. Ошо ике йыл эсендә уңыштар ҙа булған. Лапта уйыны буйынса беҙҙекеләр Рәсәй кубогын яулай һәм тиҙҙән ул команда уйынсылары спорт мастеры исемен аласаҡ. Был еңеү ошоға тиклем район тарихында булмаған тәүге ҙур уңыш һанала. Традицияға кергән төрлө спорт фестивалдәренә күп халыҡты йәлеп итеү эше лә уңышлы алып барыла.

Руслан Хәйертдинов ниндәй генә вазифа биләһә лә, ваҡыты ни тиклем тар булһа ла футболды бер ҙә генә ташламай, һаман да район командаһында уйнауын дауам итә, төрлө ярыштарҙа район данын күтәреүгә үҙ өлөшөн индерә.

- Эшебеҙгә бик күп ваҡыт талап ителә. Тормошом физкультура һәм спорт менән бәйле булғас, эштән һуң да ҡалырға, ял һәм байрам көндәрендә эшләргә, төрлө ярыштарҙа ҡатнашырға тура килә. Ошоларҙың барыһын да аңлап ҡабул иткән тормош иптәшемә рәхмәтлемен. Үҙемдең коллегаларымдың барыһын да һөнәри байрамыбыҙ менән ихлас ҡотлап, ныҡлы сәләмәтлек, ҙур уңыштар теләйем һәм уларға ла оло рәхмәтемде белдерәм, - тип тамамланы һүҙен Руслан Илдус улы.

Ғаилә хәленә килгәндә, Руслан Хәйертдинов гимназияла китапхана мөдире булып эшләгән үҙенең тормош иптәше Елена Радик ҡыҙы менән ике ул үҫтерәләр. 13 йәшлек Артур көрәш менән шөғөлләнһә, ә 6 йәшлек Алан атаһы менән туп тибергә ярата.

Бик күп маҡтау ҡағыҙҙары, 2017 йылда “Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығының футбол буйынса иң яҡшы тренеры” исеме ғүмер буйына физкультура һәм спорт менән йәнәшә атлаусы Руслан Илдус улының район спорты үҫешенә ҙур өлөш индереүе хаҡында күпте һөйләй. Артабан да беҙҙең район спортсылары тик юғары уңыштарға ғына өлгәшер тип ышанабыҙ.  

Розалия БИКТИМЕРОВА.

Автор фотоһы.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: