Даирә
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Август 2022, 15:27

Республика чиновниктары Физкультурниктар көнөндә «Геройҙар ярышы»нда ҡатнаша

Шишмә районында урынлашҡан «Патриот» паркында Физкультурниктар көнө «Геройҙар ярышы» форматында үткәрелә. Унда республиканың дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша. Был хаҡта бөгөн хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙған оператив кәңәшмәһендә спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итте.

Республика чиновниктары Физкультурниктар көнөндә «Геройҙар ярышы»нда ҡатнаша
Республика чиновниктары Физкультурниктар көнөндә «Геройҙар ярышы»нда ҡатнаша

Ҡаршылыҡтар һыҙатына Башҡортостан Башлығы хакимиәте, республика хөкүмәте, министрлыҡтар һәм ведомстволар, муниципалитеттар командалары сыға. «Геройҙар ярышы»нда йәмғеһе 107 команда ҡатнаша.

Ойоштороусылар ҡатнашыусылар өсөн 2 саҡрым оҙонлоҡтағы үҙенсәлекле трасса әҙерләгән. Командаларҙа алтышар кеше була. Командалар араһында старттар арауығы — өс минут. Чиновниктарға һыуҙағы ҡаршылыҡтар, бейек стеналар, ауыш ҡоймалар, сәнскеле сым, ер аҫты тоннелдәре, арҡандар, һыулы соҡорҙар аша үтергә кәрәк.

Абруйлы ҡунаҡтар — Рәсәй йыйылма командаларының спорт әҙерлеге үҙәге директоры Георгий Брюсов, баскетбол буйынса олимпия чемпионы Светлана Антипова һәм баскетбол буйынса легендар олимпия чемпионы Иван Едешко.

«Геройҙар ярышы» спорт һөйөүселәр өсөн яҡшы үҫеш нөктәһе булып тора, унда әүҙем ҡатнашырға кәрәк, тип билдәләне Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.

Сара 13 августа иртәнге сәғәт 10-да асыла.

Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре өсөн «Геройҙар ярышы»ның нисек үтеүе хаҡында ошо материалда уҡығыҙ.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2022-08-08/chinovniki-bashkirii-v-den-fizkulturnika-proveryat-svoi-sily-v-gonke-geroev-2901457

Автор:Эдуард Ҡусҡарбәков.
Автор:
Читайте нас: