Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Июнь 2022, 16:42

Көрәш - милләтебеҙҙең биҙәге

Бөгөн районда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, Генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың иҫтәлегенә һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 77 йыллығына бағышланған көрәш һәм ирекле көрәш буйынса республика турниры уҙҙы.Унда районыбыҙ көрәшселәренән башҡа, Архангел, Ауырғазы райондарынан һәм Өфө ҡалаһынан килгән 70-кә яҡын көрәшсе көс һынашты.

Көрәш - милләтебеҙҙең биҙәге
Көрәш - милләтебеҙҙең биҙәге

Беҙҙең район исеменән Бишауыл-Уңғар, Ҡабаҡ, Ҡырмыҫҡалы, Олокүл, Прибельский ауылдарының спортсылары (тренерҙары Заһит Солтаҡаев, Рәмзит Ғәлиәкбәров һәм Марат Тажетдинов) ярышты.
Сарала ҡатнашыусыларҙы республика Хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов, муниципаль район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров сәләмләп, яҡташыбыҙ Миңлеғәле Шайморатовтың батырлығын иҫкә алды һәм йәш көрәшселәргә уңыштар теләне.
Бәйге ике келәмдә барҙы: өлкәнерәк балалар (2007-2008 йылғылар) -көрәштә, кесерәктәр (2009-2011 йылғылар) ирекле көрәштә көс һынашты. Һәр кем еңеү өсөн тырышты. Келәмгә сыҡҡан көрәшселәрҙең күҙҙәренән ут сәсә ине. Улар көрәштәштәренә юл ҡуймаҫ өсөн барлыҡ тырышлыҡтарын эшкә ектеләр. Сынығыу алған малайҙарҙың йығылып бәрелгәндән һуң да, бер нимәгә ҡарамайынса, көрәшеүҙәрен дауам итеүҙәре һоҡландырҙы. Ә судьялар көрәш ҡағиҙәләренең боҙолмауын иғтибар менән күҙәтте.
Көсөргәнешле ярыштарҙа районыбыҙ көрәшселәре һынатманы. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса йәш спортсыларға миҙалдар, Маҡтау ҡағыҙҙары һәм бүләктәр тапшырылды. Шулай уҡ улар баһалап бөткөһөҙ тәжрибә алды.
Киләсәктә лә йәшләй көрәш майҙанында сынығыу алған малайҙарыбыҙ күңелдәрендә көрәш рухын һүндермәйенсә алға атлаһындар. Уларға сыҙамлыҡ һәм уңыштар теләйбеҙ!
Вставка
Илдар Карпов, Прибельский ауылы, 50 килограмға тиклемгеләр араһында 1-се урын яулаусы:
- Бөгөнгө бәйге бик көсөргәнешле булды, көрәштәштәрем бик көслө ине. Тәүге урынды алырмын тип уйламағайным да... Көрәш менән биш йылға яҡын шөғөлләнәм. Бик оҡшай, ярышыу тырышлыҡҡа, сыҙамлыҡҡа һәм ныҡышмалылыҡҡа өйрәтә.
Фәниә Сәлимгәрәева.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: