Даирә
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Март 2022, 14:59

Беренсе еңеүселәр асыҡланды

Өфөлә ике ил – Рәсәй Федерацияһы һәм Беларусь Республикаһы – биатлонсылары көс һынаша. Беренсе ярыштарҙың һөҙөмтәләре ниндәй?  

Беренсе еңеүселәр асыҡланды
Беренсе еңеүселәр асыҡланды

Бөгөн ир-егеттәр 10 километр арауыҡҡа спринт ярышында ҡатнашты. Илебеҙ өсөн Александр Логинов, Эдуард Латипов, Антон Бабиков, Кәрим Хәлили һәм башҡалар көс һынашты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Максим Цветков, үҙен насар тойоу сәбәпле, ярыштарҙа ҡатнаша алманы.

Хәбәр итеүебеҙсә, ярыштарҙа ил спортсылары менән берлектә Беларусь Республикаһы спортсылары ла үҙ көсөн һынай. Шуны әйтергә кәрәк: бөгөн уларҙың баштан уҡ был спорт сараһына етди һәм ныҡлы әҙерлеге күренде. Быны ярыштар һөҙөмтәләре асыҡ күрһәтте: ике белорус спортсыһы алдынғы булды. Антон Смольский – беренсе, уның яҡташы Дмитрий Лазовский икенсе урынға сыҡты. Өсөнсө урында – илебеҙ командаһынан Александр Логинов. Республикабыҙ спортсылары Александр Бабчин - 17-се,  Антон Бабиков  23-сө, Эдуард Латипов – 24-се урында. Шулай итеп, Пекинда үткәрелгән Ҡышҡы Олимпия уйындарында үҙ көсөн һынағандар ҙа бөгөн ярышты.

Рәсәй кубогына ярыш этабы. Биатлон. Спринт, 10 километр арауыҡ. Ирҙәр:

  1. Антон Смольский (Беларусь) – 24:29,1;
  2. Дмитрий Лазовский (Беларусь) + 47,8;
  3. Александр Логинов (Төмән) +50,4.

Әйткәндәй, ярыштарҙы Өфөләге “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексында ҡарарға мөмкин. Инеү бушлай.  “Матч ТВ” телеканалында ла тура эфирҙа ҡарарға була. Комментатор – Дмитрий Губерниев.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн 14 сәғәттә ҡатын-ҡыҙҙар 7,5 километр арауыҡҡа спринт уҙыштарында көс һынаша. 

Фотолар: Рәсәйҙең Биатлон буйынса федерацияһы.

 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: