Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Февраль 2022, 15:31

Сихонкинола – күңелле старттар!

Сихонкино ауылында был аҙнала ла ял көндәре бик күңелле башланды. Иртән-иртүк ауыл халҡы  “Атай, әсәй һәм мин – спорт һөйөүсе ғаилә” тип аталған күңелле старттар ярышын ҡарарға билдәләнгән урынға йыйылды. Йылы һәм ҡояшлы һауа торошо ла, сараны матур итеп үткәрергә булышлыҡ итте.

Сихонкинола – күңелле старттар!
Сихонкинола – күңелле старттар!

Ауыл Советы хакимиәте, мәктәп, ауыл мәҙәниәт йорто, балалар баҡсаһы ойошторған сарала ҡатнашырға “Тополек” балалар баҡсаһынан - өс команда, Сихонкино мәктәбенән өс команда ярышҡа әҙерләнеп килгән ине. Алып барыусылар – балалар баҡсаһы тәрбиәселәре Анна Матвеева һәм Роза Дмитриевалар уйын ҡағиҙәләре һәм жюри ағзалары менән таныштырғандан һуң балалар ата-әсәләре менән бергә төрлө ярышта үҙҙәренең көсөн һынаны. Ярыш бик ҡыҙыу һәм сәмле барҙы. Ярыш төрҙәре араһында хоккей уйыны, керлинг, тюбингта шыуыу һәм башҡа спорт төрҙәре булды. Ҡыҫҡаһы, ярыштар Пекиндағы олимпия уйындарынан һис ҡалышманы. Сарала ҡатнашыусы һәр ғаилә күңелле ял итте, спорт буйынса оҫталыҡтарын күрһәтте. Әлбиттә, уйын барышында ҡыҙыҡлы һәм көтөлмәгән хәлдәр ҙә булды. Шулай ҙа, уйынсылар аптырап ҡалманы, төрлө хәлдән тиҙ генә сығыу юлын тапты. Уйында ҡатнашыусы ғаиләләрҙе туғандары, күрше-күләне, хеҙмәттәштәре ҡеүәтләп торҙо.

Мәҫәлән, Васильевтар ғаиләһенең көйәрмәне Мария Васильеваға – 75 йәш. Ул ғүмер буйына колхозда сөгөлдөр эшләгән, һыйыр һауған.

- Улым Андрей, киленем Елена һәм 1-се класта уҡыуса ейәнсәрем Аринаның ярышта ҡатнашҡандарын ҡарарға килдем. Саф һауала ярыш ойоштороуҙары балалар өсөн дә, өлкәндәр өсөн дә бик яҡшы, - тине ул.

Шулай уҡ ауылдың еңел атлетика буйынса танылған спортсыһы Людмила Петрова ла ауылдаштары ойошторған спорт сараһынан ситтә ҡалмаған ине. Ул да спорт һөйөүсе ғаиләләрҙе ҡеүәтләп торҙо.

Шулай итеп, жюри ағзалары Олег Фролов, Карина Сольева, Олеся Михайлова һәм Айгөл Мирғәлиевалар еңеүселәрҙе билдәләне. Балалар баҡсаһы командалары араһында Макаровтар (Владимир, Ольга, ҡыҙҙары Аня) I-се урын, Васильевтар (Дмитрий, Зинаида, ҡыҙҙары Ева) 2-се урын, Дмитриевтар (Николай, Лариса, Валерия) 3-сө урындарҙы яуланы. Мәктәп командалары араһында Андреевтар (Дмитрий, Елена, улдары Артем) I-се урын, Васильевтар (Андрей, Елена, Арина) 2-се урын, Дмитриевтар (Андрей, Евгения, Владислав) 3-сө урынға лайыҡ булды.

Мәктәп комадалары араһында еңеү яулаған Андреевтар ғаиләһе бынлай ярыштарҙа тәүге тапҡыр ғына ҡатнашмай. Уҙған йылда ҡышҡы спорт уйындарында 1-се урын яулаһалар, быйыл 2-се урынға лайыҡ булғандар.

- Ярыш сәме ғаиләбеҙҙе берләштерә, тағы ла яҡыраҡ итә. 2-се класта уҡыусы улыбыҙ Артемға ла ярыштарҙа ҡатнашыу бик оҡшай, - ти Елена Андреева.

Ҡабаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Руслан Әйүпов ярышта ҡатнашыусы ғаиләләргә һәм сарала ҡатнашыусыларға эҫе сәй ойоштороуҙа һәм бүләктәр алыуҙа ярҙам иткән иғәнәсе ШЭ Куликовтарға рәхмәт әйтеп, еңеүселәргә миҙалдар, Маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

- Сихонкино ауылының  “Айыҡ ауыл” бәйгеһендә ҡатнашыуы хаҡында һәр кем белә. Уның сиктәрендә эскелеккә ҡаршы сәләмәт тормошто пропагандалап, артабан да төрлө саралар үткәреләсәк, барығыҙҙы ла уларҙа дәррәү һәм берҙәм булырға саҡырам ,  - тине Руслан Фәнис улы.

Гөлсәсәк Аласова.

Автор фотолары.

Сихонкинола – күңелле старттар!
Сихонкинола – күңелле старттар!
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: