Даирә
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Февраль 2022, 16:10

Ҡырмыҫҡалылар спорт менән дуҫ!

Райондың Сихонкин ауылында "Айыҡ ауыл" республика конкурсына ярашлы саңғы ярышы үткән

Ҡырмыҫҡалылар спорт менән дуҫ!
Ҡырмыҫҡалылар спорт менән дуҫ!

Сихонкин ауылында "Айыҡ ауыл" республика конкурсына ярашлы саңғы ярышы үтте, тип хәбәр итәләр район матбуғатынан.

Йылы, тымыҡ көн ярыш үткәреү өсөн бигерәк тә уңай булған. Әйткәндәй, көсөн һынап ҡарарға теләгәндәр араһында йәше лә, ҡарты ла күп булған. Мәҫәлән, Людмила Николаева 46 йыл үткәс яңынан саңғыға баҫҡан.

"Мәктәптә бөтә ярыштарҙа ла ҡатнаша торғайным. Саңғыны күптән ташлап, онотоп бөткәйнем, һәм бына 1976 йылдан алып тәүгә баҫыуым. Кинәнес алдым. Күршемә рәхмәт, ул мине дәртләндерҙе. Элек бит шөғөлләнгәнһең, моғайын, онотмағанһыңдыр, тигәс, әҙерләнә башланым. Кис һайын арыу ғына араға йөрөп күнекмәләр яһаным. Ярыш алдынан кисен 2 ярым саҡрым үттем", – ти ул. Людмила Васильевна үҙ категорияһында еңеүсе булған.


Бында һәүәҫкәр спортсылар ҙа, Башҡортостан чемпиондары ла, хатта Рәсәй беренселегендә ҡатнашыусылар ҙа килгән. Ҡырмыҫҡалыларҙың билдәле яҡташы Миңлеғәле Абдуллин – Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры ла сарала ҡатнашҡан.


Ярыш ауылдаштар арһында үтһә лә, саңғы трассаһында ярайһы уҡ көсөргәнешле мәлдәр булған. Алиса Андреева, йығылыуына ҡарамаҫтан, кире тороп баҫып, бер нигә ҡарамай, еңеүгә ирешкән.


Ярышыусылар бөтәһе лә тип әйтерлек тотош ғаиләләре менән ҡатнашҡан. Алиса ла бер үҙе булмаған. Уның ҡыҙ туғандары, әсәһе, инәйҙәре, хатта олатаһы менән өләсәһе лә ярышҡан. Әсәһе үҙ тиңдәштәре араһында беренселекте яулаған.


Андреевтарҙың өлкән вәкиле, Зоя Александровна: "Саңғы юлы беҙҙең тәҙрә эргәһенән генә үтә. Шуға ла һәр кис йөрөргә сығабыҙ. Йәйгеһен велосипедта йөрөйбөҙ, йүгерәбеҙ", – тип спортты яратыуҙары, электән әүҙем физик тормош алып барыуҙары тураһында һөйләй.


Соловьевтар ғаиләһе лә уларҙан ҡалышмай. Улар ярышта ҡатнашып ҡына ҡалмаған, ә трассаны ярышҡа әҙерләргә ярҙам иткән.


Бындай сараны Сихонкин, Ҡабаҡ ауылдары халҡының шәхси булышлығынан тыш ойоштороп булмаҫ ине. Ауыл советы рәйесе Руслан Әйүпов ауыл халҡы исеменән уларға рәхмәт белдергән.


Ярышыусыларҙы ауылдаштары еңеүгә ҡеүәтләп тә, эҫе сәй һәм тәмлекәстәр менән һыйлап та көс өҫтәп торған. Ярыштан һуң район мәҙәниәт йорто артистары автоклуб сәхнәһендә йыр-бейеү бүләк итеп, яҡташтарына байрам кәйефе өҫтәгән.


Ана шундай дәртле, әүҙем халыҡ йәшәй икән Сихонкин ауылында! Афариндан башҡа һүҙ юҡ.


Фотолар - Ҡырмыҫҡалы районынан.

Автор:
Читайте нас: