Даирә
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Февраль 2022, 10:08

Йәкшәмбе яуланған дүрт миҙалдан һуң...

Бөгөн Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында ниндәй спорт төрҙәре буйынса ярышасаҡтар?

Йәкшәмбе яуланған дүрт миҙалдан һуң...
Йәкшәмбе яуланған дүрт миҙалдан һуң...

Үткән аҙнала Пекиндан йыш ҡына артыҡ шатландырмаған хәбәрҙәр килә ине, әммә кисә спортсыларыбыҙ үҙ көйәрмәндәренә, тренерҙарына, ватандаштарына ҡыуаныслы хәл-ваҡиғалар бүләк итте: бер көн эсендә илебеҙҙең йыйылма командаһы дүрт миҙал – бер алтын, бер көмөш һәм ике бронза – яуланы. Һөҙөмтәлә Рәсәй саңғысыларының, биатлонсыларының, конькиҙа уҙышыусыларының уңышлы һөҙөмтәләре миҙалдар иҫәбе рейтингына ыңғай үҙгәрештәр индерҙе һәм был хәл һәммәбеҙҙең кәйефен күтәрҙе. Шулай итеп, 13 февралгә ҡарата илебеҙҙең йыйылма командаһы спортсылары, дүрт алтын, биш көмөш һәм һигеҙ бронза миҙал яулап, Ҡышҡы Олимпия уйындарының дөйөм наградалар иҫәбе буйынса етенсе урынды биләй ине.

Бөгөн иһә керлинг, фигуралы шыуыу, бобслей, сноуборд, фристайл, трамплиндан һикереү буйынса ярыштар үткәрелә. Бобслей буйынса ярыштарҙа республикабыҙ исеменән Ростислав Гайтюкович сығыш яһай.  27 йәшлек спортсы беренсе тапҡыр Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнаша.

Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарын ҡарауҙы дауам итәбеҙ, илебеҙ йыйылма командаһы өсөн “көйәбеҙ”.

Фото: imag.one

Автор:Айһылыу Низамова.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: