Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Февраль 2022, 12:03

Ниһайәт, Камила боҙға сыға...

Ә быға тиклем 15  йәшлек Камила Вәлиеваға әллә күпме кәртә-һынауҙар аша үтергә тура килде, тотош донъя көйәрмәндәре, спорт һөйөүселәе уның яҙмышы өсөн борсолдо

Ниһайәт, Камила боҙға сыға...
Ниһайәт, Камила боҙға сыға...

Белеүебеҙсә, Камила Вәлиева – Рәсәйҙең һәм Европаның ғәмәлдәге чемпионы. Ул - ҡыҫҡа (90,45 балл), ирекле (185,29) һәм программалар суммаһы (272,71 балл) буйынса рекордтар эйәһе. Команда турниры сиктәрендә спортсы ике программала ла еңгәйне. Камила Вәлиеваның тренеры – Этери Тутберидзе.

Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарындағы фигуралы шыуыуҙа призлы урындарҙы яулағандарҙы  бүләкләү тантанаһының тотҡарланыуы Рәсәй спортсыһы Камила Вәлиеваның допинг-тест һөҙөмтәләре менән бәйле, тип хәбәр иткәйне Inside the Games порталы. Ошоноң менән бәйле төрлө аяныслы, көйәрмәндәрҙең йәненә көйҙөргән, спортсының үҙенә ҡыйын булған хлдәрҙән һуң  Камила, ниһайәт, Пекиндағы фигуралы шыуыу буйынса шәхси ярыштарға үкәрелә. Ул WADAның “яҡланған персона” статусына эләгә. Ул 16 йәше тулмаған спортсыларға ҡағыла.

CAS ваҡтытлыса ситләтеп тороуҙы алып ташлау тураһындағы ҡарарҙы дөрөҫ тип тапҡан.

Тағы шуныһы мөһим: һүҙ команда турнирында яуланған алтын миҙалдан мәхрүм итеү тураһында бармай. Әйткәндәй, ошондай насар алымдар менән илебеҙҙең фигуралы шыуыу буйынса әллә күпме йылдар буйынса яуланған абруйын юҡҡа сығарып буламы ни?! Әлбиттә, юҡ, ни тиһәң дә халыҡ, көйәрмәндәр, спорт һөйөүселәр барыһын да күрә бит. 

Камила өсөн “көйәбеҙ”, уңыштар теләйбеҙ!

Фото: utro.ru

 

Автор:Айһылыу Низамова.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: