Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Февраль 2022, 12:21

Башҡортостан скелетонсыһы ике заездан һуң Пекиндағы Олимпиадала дүртенсе урынды биләй

Башҡортостан исеменән сығыш яһаған Рәсәй скелетонсыһы Александр Третьяков Пекиндағы Олимпия уйындарында ике заездан һуң дүртенсе урынды биләй.

Башҡортостан скелетонсыһы ике заездан һуң Пекиндағы Олимпиадала дүртенсе урынды биләй
Башҡортостан скелетонсыһы ике заездан һуң Пекиндағы Олимпиадала дүртенсе урынды биләй

«Хәҙер миңә ял итеп алырға кәрәк, һуңынан иртәгәлеккә әҙерләнермен. Икенсе урынға тиклем айырма ҙур түгел, көрәшербеҙ, өмөтһөҙлөккә бирелмәйбеҙ. Мине ҡытайҙарҙың юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеүе ғәжәпләндермәй, был турала алдан уҡ әйткәйнем», — тигән өҙөмтә килтерә ТАСС агентлығы Третьяковтың телмәренән.

Ике заездан һуң беренсе урында — немец Кристофер Гротгер. Өсөнсө заезд 11 февралдә Өфө ваҡыты буйынса киске 6-сы 20 минутта башлана.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2022-02-10/skeletonist-iz-bashkirii-posle-dvuh-zaezdov-chetvyortyy-na-olimpiade-v-pekine-2687318

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: