Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Февраль 2022, 16:31

Вәлиева менән Кондратюк илде алға сығарҙы

Ҡышҡы Олимпия уйындарында 15 йәшлек Камила барыһын да таң ҡалдырҙы...  

Вәлиева менән Кондратюк илде алға сығарҙы
Вәлиева менән Кондратюк илде алға сығарҙы

Бөгөн Пекинда барған Ҡышҡы Олимпия уйындарында фигуралы шыуыу буйынса ярыштар дауам итә.

Камила Вәлиева, Олимпия рекорды ҡуйып, ҡыҫҡа программала еңеп сыҡты, ә Марк Кондратюк ир-егеттәр араһында икенсе һөҙөмтәгә өлгәште. Ошо ике спортсыбыҙ илебеҙҙең миҙалдар “янсығы”на ун һәм туғыҙ мәрәй килтерҙе. Был Рәсәйҙең фигуралы шыуыу буйынса спортсыларына, АҠШ командаһын өс мәрәйгә артта ҡалдырып, беренсе урынға сығырға булышлыҡ итте.

Әйткәндәй, беренсе тапҡыр Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашҡан 15 йәшлек Камила барыһын да таң ҡалдырҙы: өс ярым әйләнешле акселде эшләй алды. Шулай итеп, ул фигуралы шыуыу тарихында яңғыҙы шыуған ҡатын-ҡыҙ араһында ошондай һөҙөмтәгә өлгәшкән дүртенсе спортсы булып танылды. Быға тиклем был акселде 1992 йылда Альбервилдё Мидори Ито, 2010 йылда Ванкуверҙа һәм 2014 йылда Сочиҙа Мао Асада, 2018 йылда Пхёнчханда Мираи Нагасу атҡара алғайны.

Фигуралы шыуыу буйынса команда турниры дүшәмбе тамамланасаҡ.

Фигуралы шыуыу. Олимпия уйындары. Пекин. Команда турниры. Икенсе көндән һуң турнир таблицаһы:

1. Рәсәй — 45;

2. АҠШ — 42;

3. Япония — 39;

4. Канада — 30;

5. Ҡытай — 29;

6. Грузия — 22;

7. Италия — 20;

8. Чехия — 15;

9. Германия — 8;

10. Украина — 8.  

Фото: aif.ru

Автор:Айһылыу Низамова
 
Автор:
Читайте нас: