Даирә
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Ғинуар 2022, 21:15

Асҡарға - афарин!

Күптәр елдәй сабып барған аттарға битараф ҡына ҡарай алмай. Ә бына Иҫке Бәпес ауылынан Асҡар Ишбирҙиндың атта һыбай йөрөү хеҙмәтен тәҡдим итеүен барыһы ла белмәйҙер әле. Әгәр кемдәрҙер күптән һыбай йөрөргә хыялланһа, был мөмкинлекте һис икеләнмәйенсә ҡулығыҙҙан ысҡындырмағыҙ.

Асҡарға -  афарин!
Асҡарға - афарин!

Сөнки, һыбай йөрөү сәләмәтлек өсөн бик файҙалы спорт төрө. Белгестәр әйтеүенсә, иппотерапия умыртҡа-хәрәкәтләнеү аппараты эшен яҡшырта, тын юлдары һәм ашҡаҙан органдарының эшмәкәрлегенә ыңғай булышлыҡ итә, стрестарҙан арындыра һәм ыңғай тәьҫораттар бүләк итә. Аттарҙа йөрөү өлкәндәргә генә түгел,  бигерәк тә балалар өсөн файҙалы.Шуға күрә лә Асҡар Ишбирҙин тәҡдим иткән спорт төрө ҙур һорау менән файҙалана ла инде.

- Аттар менән уртаҡ тел табыу өсөн тыныс, ипле мөғәмәлә итергә кәрәк. Хайуанҡайҙар һыбайлының кәйефен тойоу һәләтенә эйә.

Уларҙы тәрбиәләү еңел түгел, белем һәм тәжрибә кәрәк. Йыш ҡына ветеринарҙарға ла мөрәжәғәт итергә тура килә, - тип һөйләй Асҡар.

Асҡарҙың төркөмөндә төрлө тоҡомло аттар бар. Һәр береһенең үҙ холҡо, шуға күрә яңы йөрөй башлаусыларға иң тыныс, баҫалҡы хайуандарҙы тәҡдим итәләр. Асҡар әйтеүенсә, атҡа тәүге тапҡыр ултырыусылар ҙа юртып йөрөй алалар, ләкин бының өсөн атты дөрөҫ һайлай белергә кәрәк.

Атта йөрөргә өйрәтеүҙән тыш, Асҡар атта сәйәхәттәр һәм походтар, шулай уҡ тәбиғәттә аттар менән бик матур пейзаждар ҙа тәҡдим итә.

Асҡар Ишбирҙиндың аттарында йөрөргә теләһәгеҙ, икеләнмәйенсә уға мөрәжәғәт итегеҙ, был һеҙгә үҙ-үҙегеҙгә ышаныс, тыныслыҡ һәм көс бирер.

Мәғлүмәт һәм фотолар https://vk.com/karmadm битләүенән алынды.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: