

Азат Әнәс улы бәләкәйҙән спортты ярата, санала шыуа, саңғыла йөрөй, сальто яһап, шпагатҡа ултыра. Үҫмер саҡта баскетбол, бокс түңәрәктәренә әүҙем йөрөй. Мәктәпте тамамлағас, армияға тиклем Ҡабаҡ кирбес заводында слесарь ярҙамсыһы булып эшләй. 18 йәше тулғас, хәрби хеҙмәткә саҡырыла.
- Армияға барырға теләгем ҙур ине. Повестканы түҙемһеҙлек менән көтөп алдым. Ставрополь крайында учебка үткәндән һуң, Төньяҡ Кавказдың Железноводск махсус тәғәйенелештәге сик буйы отрядына ебәрелдем. Шулай икенсе Чечен һуғышында ҡатнашырға тура килде. Артабан Дағстанда, Чечен Республикаһы сигендә хәрби хеҙмәтте дауам иттем, - тип үткәндәр тураһында һөйләп алды ул.
Ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, Өфөгә эшкә урынлаша. Әлеге көндә керамзит заводында эшләй. Баш ҡалаға эшкә йөрөһә лә, үҙе йәшәгән биләмәләге йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнай: спорт ярыштары булһынмы, ойоштороу тиһеңме – һәр береһендә ихлас ҡатнаша. Спортты һөйгән ир йыл һайын катокты эшләүҙе ойоштора, үҙе лә ең һыҙғанып башҡалар менән бергә эшләй. “Беҙҙең хоккей командаһы бар. Егеттәрҙе бер төрлө формала йөрөткө килде. Шуға ла ярҙамсылар, иғәнәселәр менән һөйләштем. Улар ярҙамында хоккейсыларға кейемдәр булдырылды. Шулай, эшҡыуар Эрнст Яхин бер төрлө спорт майкаларын алып бирһә, ауыл Советы форма һатып алды, ә “Салауат Юлаев” хоккей клубы тотонолған һаҡлау сараларын бирҙе.
Азат Ғәниевтың физкультура буйынса махсус белеме булмаһа ла, үҙе лә спорт менән әүҙем шөғөлләнә, үҙ артынан эйәртә лә ала. Ойоштороу һәләтле, һәр кем менән уртаҡ тел тапҡан ир төрлө спорт ярыштары ойоштороуҙы ҙур теләк менән башҡара. Хоккей, мини-футбол, волейбол ярыштары ла уның ҡатнашлығынан башҡа уҙмай, тиһәң дә була. Районда ғына түгел, ял көндәрендә Өфөнөң LigaFull һәүәҫкәрҙәрҙең футбол лигаһына күнекмәләргә бара, ярыштарҙа ҡатнаша. Ҡабаҡта иһә күнекмәләргә кистәрен аҙнаһына өс тапҡыр йөрөй. Бәйгеләрҙә ул ҡатнашҡан командалар призлы урындар алыуға ла ирешә. “Ярыштарҙа ҡатнашыуым сәләмәт йәшәү рәүеше өсөн булһа ла, әлбиттә, еңеүҙәр дәртләндерә”, - ти ул.
Спортты юлдашы иткән Азат Әнәс улы хатта эштәге төшкө аш ваҡытында ла теннис уйнарға ваҡыт таба икән. Уның һүҙҙәре буйынса, спорт менән шөғөлләнеү һаулыҡтың нигеҙе, ул ял һәм рәхәтлек бирә. Спорт тәнде лә, рухты ла нығыта, ныҡышмалылыҡҡа өйрәтә, ихтыяр көсө тәрбиәләй.
Ғәилә башлығы үҙ өлгөһөндә ғаиләһен дә спортҡа ылыҡтырырға тырыша. Һөнәре буйынса инглиз теле уҡытыусыһы булған ҡатыны Ольга Николаевна буш ваҡыттарында волейбол уйнарға ярата. Балалары ла спортты үҙ итә: 9-сы класта уҡыған улдары Ильяс ҡатнаш көрәш менән шөғөлләнә, яулаған миҙалдары ла бар, ә 3-сө класта уҡыусы ҡыҙҙары Самира гимнастикаға йөрөй.
- Балалар сәләмәт булып үҫһен өсөн бәләкәйҙән спортҡа ылыҡтырырға кәрәк. Үҫмер саҡтан спорт менән дуҫ булыуым арҡаһында мин үҙемде яҡшы тоям, һәр саҡ кәйефем яҡшы. Спиртлы эсемлектәр эсмәйем, тартмайым, тик сәләмәт йәшәү рәүеше яҡлымын. Ғаилә дуҫтарыбыҙ ҙа ошондай. Яңы йыл байрамдарын уҙғарғанда өҫтәлгә шампан шарабы ла ҡуймайбыҙ. Спиртлы эсемлек ҡулланмаһаҡ та, ҡунаҡтарҙа күңелле ултырабыҙ, бейейбеҙ, йырлайбыҙ. Концерттарға ла йөрөргә яратам, - тип һөйләне ул.
Чеченсы, сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүсе булараҡ, иптәштәре менән осрашыуҙарға йөрөй, һәйкәлдәр асыуҙа ихлас ҡатнаша. Ҡабаҡ ауылында сик буйы ғәскәрҙәренә һәйкәл асыуға ҙур тырышлыҡ һала.
Әлеге ваҡытта оҫта ҡуллы ир үҙҙәренә яңы йорт төҙөү менән мәшғүл. Ламинат, йылы иҙән түшәү эштәрен үҙе башҡара. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигән мәҡәл тап уға тура килә кеүек.
Азат Ғәниевтың күңелендә тик изге ниәттәр. Уның барлыҡ эштәре лә ихлас күңел ҡушыуы буйынса башҡарыла.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Фото ғаилә архивынан алынды.