Даирә
+25 °С
Ясно
Спорт
13 Марта 2021, 15:28

Хәтер берләштерә...

Шәрипҡол ауылында яугир-интернационалист Ғәфүр Ғирфанов иҫтәлегенә волейбол турниры үтте

Ғәфүр Ғирфанов - Шәрипҡол ауылы егет. Әрме хеҙмәтен үтәгәндә 1979 йылда Афғанстанға инергә тура килә. Бында гронотомед булып хеҙмәт итә ул. 1980 йылда яуҙарҙың береһендә батырҙарса һәләк була яҡташыбыҙ. Яугир-интернационалист үлгәндән һуң Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.
Шәрипҡолдар ауылдаштарының батырлығы тураһында онотмай. Әлеге волейбол турнирына төрлө ауыбдарҙан йыйылған спортсыларҙан тыш, яугир-интернационалистар ҙа килгән ине. Көсөргәнешле уйын һөҙөмтәһендә Олокүл ауылы волейболсылары 1-се урынды яулаһа, иҫкебәпестәр 2-се урынға сыҡты, шәрипҡолдар 3-сө урынға лайыҡ булды.
Читайте нас