Даирә
+24 °С
Ямғыр
Спорт
11 Март 2021, 11:33

Берҙәмлектә - көс

Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә “Һаҡсылар, алға!” республика спорт-белем биреү уйынының муниципаль этабы үтте. Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто ойошторған сарала башланғыс класс уҡыусылары ҡатнашты.

Уйындың маҡсаты – балаларҙы команда менән эшләргә өйрәтеү, уларҙың физик һәм интеллектуаль һәләтен үҫтереү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропа­гандалау, фәнни белемде һәм фәнни-техник ижадты популярлаштырыу.
Уйын бер нисә этаптан торҙо. Бәйгеселәр ҡаршы­лыҡтар һыҙатын үтте, экологик һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге, тыуған яҡты өйрәнеү, робототехника буйынса белемдәрен күр­һәтте. Һәр уйында балалар үҙҙәрен һәм коман­дала­рының берҙәм булыуын күрһәтә алды. Улар уйын­дың бөтә этаптарын да уңышлы үтте, белемдәрен һәм көйлө команда эшен файҙаланып, һәр төрлө мәсьә­ләләрҙе систе. Мәҫә­лән, юл хәрәкәте ҡағиҙә­ләрен тикшереү тест рәүе­шендә ойошторолдо. Шу­ны­һы ҡыуаныслы, тәү ҡа­рашҡа ябай ғына тойолған ҡағиҙәләрҙе - светофорҙың ҡыҙыл утында мотлаҡ туҡтарға кәрәклекте, һары ут янһа – ҡуҙғалырға әҙерләнергә, йәшел утта иһә юлды дауам итергә ярағанлыҡты һәм юл аша сыҡҡанда тирә-яҡҡа күҙ һалыу мөһим икәнлеген дә яҡшы белә улар. Бынан тыш, юл аптечкаһындағы марля бинттары, жгуттар, лейкопластырь һәм башҡа әйберҙәрҙең мотлаҡ булы­уы һәм ғәҙәттән тыш ос­раҡтарҙа ни өсөн ҡул­ла­нырға мөмкинлеге тура­һын­да ла бәйән иттеләр. Экология буйынса кон­курс иң ҡыҙыҡлыһы бул­ғандыр. Унда ҡатнашыу­сылар органик матдәләр менән төрлө тәжрибәләр үткәрҙе, күҙәтте һәм уны аңлатып һөйләп бирҙе. Йәш һаҡсылар бөтә кон­курстарҙа ла әүҙем ҡат­нашып, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Балалар һүҙҙә­ренә ҡарағанда, ярыш бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡ­тыр­ғыс булды. Ә инде ком­петентлы жюри бөтә ярыш төрҙәрен дә баһалап, еңеү­селәрҙе билдәләне. Шулай итеп, уйын һөҙөмтәләре буйынса Ҡырмыҫҡалы гим­­назияһының “Тиҙлек” командаһы 1-се урын яу­лаһа, С.М.Чугункин исе­мендәге мәктәптең “Йыл­майыу” ко­мандаһы 2-се урынды ал­ды, 3-сө урынға “Ко­мета” (Ҡабаҡ мәктәбе) коман­даһы сыҡты. “Һаҡ­сылар” (2-се Ҡыр­мыҫ­ҡалы), “Ди­на­мит” (Оло­күл) һәм “Ҡар барыҫтары” (Прибель­с­кий) коман­далары спорт-белем биреү уйындарында әүҙем ҡат­наш­ҡан өсөн гра­моталар менән бил­дәләнде.
Эйе, бындай уйындар бер яҡтан, организмды сыныҡтырырға булышлыҡ итһә, икенсе яҡтан, бер­ҙәмлек тойғоһо ла тәр­биә­ләй. Берҙәмлек, спортҡа һөйөү киләсәктә лә уңыштар килтерһен.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.
Читайте нас