Яҡшы кәйеф, еңеүгә ынтылыш, саф һауа һәм күңелле әңгәмәләшеүҙәр. Ҡырмыҫҡалы быуаһы буйы бөгөн ошондай мөхиттә гөрләп торҙо. Саңғыға баҫыусылар араһында олоһо ла, кесеһе лә бар ине. Бар ғаилә менән ярышыусылар ҙа булды. Йәмғеһе 150-нән артыҡ спортсы йыйылды. Әмәлгә ҡалғандай, бөгөн һауа торошо ла яҡшы булды. Нурҙарын һипкән ҡояш, әйтерһең, ҡатнашыусыларҙы еңеүгә дәртләндереп торҙо. Спорт һөйөүселәр йәш категорияһына ҡарап, бер һәм ике саҡрым араны үтте. Еңеүселәр ҙә йәш категорияһына бүленеп билдәләнде. Уларҙы район башлығы Әлфир Фәрхәт улы Сабиров тәбрикләп, бүләктәр һәм дипломдар тапшырҙы. Ә шулай ҙа ҡатнашыусылар өсөн иң ҙур бүләк яҡшы кәйеф булғандыр. Спорт һөйөүселәр саранан ҙур ҡәнәғәтлек менән таралышты.