Даирә
-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Февраль 2021, 21:04

Һай, батыр егеттәре!

Бөгөн районға республиканың иң таһыл йәш көрәшселәре йыйылды. "Йәшлек" физкультура-һауыҡтырыу комплексында М.М.Шайморатов иҫтәлегенә көрәш буйынса асыҡ беренселек үтте.

Турнирҙа үҙ көстәрен һанарға тип республиканың төрлө мөйөштәренән 160-тан артыҡ спортсы килгән. Һәр береһенең күҙҙәрендә - осҡондар, еңеүгә ынтылыш. Сараны асыу тантанаһында көрәшселәрҙе БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Салауат Харрасов, БР Көрәш федерацияһы рәйесе Вәкил Ильясов сәләмләне.Әлеге ваҡытта көрәшселәр еңеү өсөн алыша. Уларға уңыштар теләйек!
Читайте нас в