Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы осорҙа хәрәкәтләнеү кәмене: ҡайҙа барһаҡ та, машинаға ултырыу яйын ҡарайбыҙ, күп эштәрҙе башҡарыу ябайлашты, сөнки күптәребеҙҙең өйҙәренә һыу, газ үткәрелгән, мал аҫраусылар ҙа юҡ кимәлендә. Бигерәк тә үҫеп килеүсе быуын өсөн хәүефле. Ваҡыттарының күп өлөшөн гаджеттар менән уҙғарыу уларҙың сәләмәтлектәрендә сағылмай ҡалмай. Шуға күрә уларҙы бәләкәйҙән спортҡа йәлеп итеү мөһим. Иртән еңелсә физик күнекмәләр эшләү, секцияларға йөрөү йәш организм өсөн бик мөһим. Бәхеткә, спортты үҙ итеп, төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, уңыштарға өлгәшеүсе малай-ҡыҙҙар ҙа юҡ түгел. Уларҙың тырышлығы, ныҡышмаллылығы күптәргә өлгө булырлыҡ, сөнки спорт - ул беренсе сиратта үҙең, үҙеңдең ялҡаулығың менән көрәшеү.
Бөгөнгө геройым спорттың теннис төрөн һайлаған. Уны үҙ иткән Рәвил Баҙарғолов 2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбенең 7-се класында белем ала. Малай өҫтәл теннисы менән 1-се кластан шөғөлләнә башлаған. Ошо арауыҡ эсендә күп тапҡырҙар район туры призеры, мәктәп этабы еңеүсеһе лә була. Республика командалар беренселегендә район командалары араһында Роман һәм Кирилл Макаровтар команда составында 2-се урын, быйыл республика Беренселегендә 2006 йылғылар һәм унан бәләкәйҙәр категорияһы араһында 59 ҡатнашыусынан 12-се урынға сыға. Бынан тыш, Рәвил башҡа төрлө спорт төрҙәре менән дә мауыға. Ул 2007-2008 йылғылар араһында мини-футбол буйынса райондың йыйылма командаһы ағзаһы булып тора, шахмат һәм шашка буйынса призлы урындар алыуға ла өлгәшә. ГТО-ның алтын билдәһенә лайыҡ булған. Тырыш, егәрле егет уҡыуҙа ла һынатмай – тик “бишле” билдәләренә генә өлгәшә.
Рәвил ҡустыһы Алмазды ла үҙе артынан спортҡа йәлеп иткән. 2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбендә уҡыусы Алмаз “Сәләмәт быуын көслө төбәк” проекты сиктәрендә булдырылған спорт класында белем ала. Ул да ағаһы кеүек өҫтәл теннисы менән шөғөлләнә. Мәктәп уҡыусылары араһында өҫтәл теннисы буйынса шәхси район Беренселегендә 2009 йылғылар һәм унан бәләкәйҙәр категорияһында тәүге тапҡыр 3-сө урын яулаған. Шулай уҡ мини-футбол һәм шахмат менән мауыға. Йәш уйынсы булыуына ҡарамаҫтан, призлы урындар алырға ла өлгөрә.
Эйе, уңышҡа ирешеү өсөн иң беренсе теләк, тырышлыҡ һәм үҙ маҡсаттарыңа тоғролоҡ кәрәк. Был сифаттар спорт менән шөғөлләнгәндәргә хас. Шуға Рәвилдең киләсәктә тағы ла юғарыраҡ үрҙәр яулауына шик юҡ.