Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Декабрь 2020, 13:05

39 йәшендә генә...

“Салауат Юлаев” һәм “Торос” командаларында элек уйнаған 39 йәшлек хоккейсы Артем Чернов вафат. Яҡындары белдереүенсә, спорсының йөрәк менән проблемалары булған.

Артем Чернов 2015–2016 йылдарҙа республиканың төп командаһы составында, ә 2018–2019 йылдарҙа иһә Нефтекаманың “Торос” командаһы составында уйнай. Быйыл яҙ ул һөнәри карьераһын туҡтата һәм балалар тренеры булырға хыялланған. Ул был хаҡта “Салауат Юлаев” хоккей клубының спорт балалар-үҫмерҙәр мәктәбе етәкселеге менән алдан килешкән дә булған.
Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, хоккейсы коронавирус менән ауырығандан һуң уның йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына бәйле ауыр эҙемтәләр килеп тыуған.
Фото: ХК "Металлург" Новокузнецк
Автор: Рәмилә Мусина
  • Читайте нас: