Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡатын-ҡыҙҙар кәңәшләште

Башҡортостан Республикаһы Ҡатын-ҡыҙҙар союзы Ҡырмыҫҡалы районы ҡатын-ҡыҙҙары советы менән берлектә кәңәшмә үткәрҙе.

Ҡатын-ҡыҙҙар кәңәшләште
Ҡатын-ҡыҙҙар кәңәшләште

Сараны райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Виктория Мөхәмәҙиева сәләмләү һүҙе менән башлап ебәрҙе. Артабан йыйылыусылар алдында үҙәк район дауаханаһының балалар поликлиникаһы мөдире, табип-педиатр Гөлнара Аллаярова, БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзының һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет етәксеһе, БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы идараһы ағзаһы, БР атҡаҙанған фән эшмәкәре, медицина фәндәре докторы, профессор Наталья Егорова, Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәге директоры Ольга Оренбуркина сығыш яһанылар. Осрашыуҙа ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге, уның киләсәк быуын менән бәйләнеше һәм дөрөҫ туҡланыу тураһында һүҙ барҙы.
Гөлнара Мәғнәүи ҡыҙының һүҙҙәре буйынса, районда һуңғы ун йылда тыуым ике тапҡырға кәмегән, ауырыу балалар күбәйгән, түлһеҙ парҙар ун процентҡа етә. ЭКО ярҙамында донъяға килгән балаларҙың сәләмәтлегендә ниндәйҙер тайпылыш булыу ихтималлығы барлығын әйтте.
Наталья Николаевна иһә сәләмәт сабыйҙар тыуһын, кеше оҙон ғүмерле булһын өсөн дөрөҫ туҡланыу һәм сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға кәрәклеге тураһында һөйләне. Ул рационда аҡһым һәм майҙы күберәк ҡулланырға, ә углеводтарҙың күләмен кәметергә кәрәклеге тураһында мәғлүмәт бирҙе.
Ә Ольга Ивановна әлеге заманда балаларҙың күреү һәләте насарайыуы, шул сәбәпле күҙлек кейеүсе балалар күбәйеүе һәм пластик хирургия тураһында һөйләп ишеттерҙе.
Теләгәндәр белгестәргә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар биреп, яуаптар ҙа алды.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотолары.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: