Даирә
-1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Социаль тәьминәт
8 Февраль , 08:59

622,8 мең һум кемдәргә бирелә?

Элек “ГАЗель” тапшырыла ине...    

622,8 мең һум кемдәргә бирелә?
622,8 мең һум кемдәргә бирелә?

Былтыр бындай сумма аҡса 33 ғаиләгә бирелгән. Был хаҡта Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитет кәңәшмәһендә республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр иткән. Шулай итеп, Башҡортостанда һигеҙ һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләр 622,8 мең һум күләмендә түләүҙәр ала.

Дөйөм алғанда, әле республикала 18 йәшкә тиклемге балалары булған 471,9 мең ғаилә йәшәй. Уларҙың яҡынса 29 меңе – күп балалылар.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бер тапҡыр бирелгән был түләү 23 йәшкә тиклемге һигеҙ һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән, шул иҫәптән опекаға һәм попечителлеккә балалар алынып, улар ғаиләлә өс йыл йәшәгән ғаиләләргә бирелә. Тағы бер мөһим иҫкәрмә бар: ғаилә республикала өс йылдан күберәк йәшәргә тейеш.

Был түләүҙе алыу өсөн ата-әсәнең береһенә Республика халыҡҡа ярҙам итеү үҙәгенә йәки йәшәү урыны буйынса Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә тейеш.

Әйткәндәй, был категорияға ҡараған ғаиләләргә “ГАЗель” автобустары бирәләр ине. Әммә микроавтобустарҙы ун, артабан туғыҙ балалы ғаиләләр алыу хоҡуғына эйә ине. 2015 йылдан, күп мөрәжәғәттәр буйынса, автомобиль урынына бер тапҡыр бирелә торған аҡса түләй башланылар.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:
Читайте нас: