Даирә
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль тәьминәт
24 Октябрь 2023, 21:49

Илдә халыҡ һаны кәмегән

Башҡортостанда халыҡтың тәбиғи кәмеүе бер йылда 10,5 процент тәшкил иткән.    

Илдә халыҡ һаны кәмегән
Илдә халыҡ һаны кәмегән

Башҡортостанда халыҡтың тәбиғи кәмеүе (үлгәндәр һанының тыуғандар һанынан күп булыуы) ғинуар - августа 7,79 мең кеше тәшкил иткән, был 2022 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 10,5 процентҡа кәмерәк (8,7 мең), тип хәбәр итә Росстат.

Һигеҙ айҙа республикала 24,1 мең сабый тыуған, был 2022 йылдың ғинуар – август айҙарына ҡарағанда 1,1 процентҡа кәмерәк. 31,9 мең кеше вафат булған, былтырғы ошо уҡ осорға ҡарата күрһәткес 3,6 процентҡа түбән.

Дөйөм алғанда, ил буйынса тәбиғи кәмеү 319,5 мең кеше тәшкил итә, был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 24,81 процентҡа кәмерәк. Ғинуар-август айҙарында Рәсәйҙә 850,2 мең сабый тыуған, 1,16 миллион кеше үлгән.

Рәмилә Мусина фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: