Даирә
-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Социаль тәьминәт
4 Октябрь 2023, 10:42

Бала тыуһа, исем тыуа

Райондың ЗАГС бүлеге 2023 йылдың өсөнсө кварталындағы йомғаҡтар менән уртаҡлашырға ашыға.

Бала тыуһа, исем тыуа
Бала тыуһа, исем тыуа

Июль, август, сентябрь айҙарында 109 сабый донъяға килгән. Һуңғы йылдар эсендә тәүге тапҡыр ҡыҙҙар (56) малайҙарға (53) ҡарағанда күберәк тыуған. Малайҙар араһында киң таралған исемдәр Асҡар, Дауыт булһа, һирәк осрай торғандары Радий, Акмаль, Кай, Ильдан.
Ҡыҙҙар араһында Амалия, Арина исемдәре йыш осраһа, Эльмина менән Сафира ят исемдәргә инә. Ата-әсәләрҙең күптәре бала тыуыу тураһында таныҡлыҡты “СуперСервис” сиктәрендә электрон рәүештә алды. Хәҙер шуныһы уңайлы, документты ЗАГС-ҡа бармайынса, шәхси кабинетҡа инеп, ғариза яҙып ҡына алырға мөмкин. Беҙҙең районда йәштәр заман менән бергә атлай, өсөнсө кварталда 80 процент теркәүҙәр нәҡ “СуперСервис” аша башҡарылған.
Был осорҙа 93 пар законлы никахҡа ингән. Йыл башынан район барлығы 202 ғаилә барлыҡҡа килде.
Елена Ғәбитова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: