Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль тәьминәт
16 Февраль 2023, 16:15

Кемдәрҙең эш хаҡы арта?

Был хаҡта Рәсәй Президентының ҡарары бар.

Кемдәрҙең эш хаҡы арта?
Кемдәрҙең эш хаҡы арта?

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ашығыс медицина ярҙамын ойоштороу буйынса кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһының һәм ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡына өҫтәмә аҡса аласағы тураһында хәбәр итте.

Был хаҡта Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарар ҡабул иткән. Был сарала шулай уҡ ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәтен яңыртыу тураһында ла һүҙ барҙы тип хәбәр итте республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Премьер-министр социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләрҙе яҙҙы: “Хәтерегеҙгә төшөрәм, республика Башлығы менән осрашыуҙа Владимир Путин ашығыс медицина ярҙамы үҫеше буйынса йөкләмәләр ҡушты. Был хеҙмәтте камиллаштырыу буйынса маҡсатлы эш алып барабыҙ, ул һөҙөмтәләрен килтерә.

Ашығыс медицина хеҙмәте медицина округтарындағы туғыҙ муниципаль-ара бүлексәнән тора. Өфөләге һәм Стәрлетамаҡтағы психиатрия дауаханаларында ике махсус бүлексә эшләй.

Әлбиттә, водителдәр иңенә ауыр йөк төшә. Уларҙың эш хаҡын арттырыу, социаль ярҙам булараҡ өҫтәмә аҡса түләү тәҡдим ителде. Был мәсьәләне ҡарарбыҙ”.

Фото: jur24pro.ru

Автор:Айһылыу Низамова.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: