Даирә
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль тәьминәт
2 Декабрь 2022, 17:08

Мөмкинлектәре сикләнһә лә, рухтары сикләнмәгән

Бөгөн район Мәҙәниәт һарайында халыҡ-ара инвалидтар көнөнә ҡарата, "Сикһеҙ мөмкинселектәр донъяһы" темаһына саралар үтте. Бында ҡул эштәре оҫталары күргәҙмәһе ҡуйылғайны. Сәләмәтлектәре буйынса мөмкинселектәре сикләнгәндәр өсөн интерактив спорт майҙансыҡтары, балалар өсөн генә оҫталыҡ кластары эшләне, ҡыҙыҡлы майҙансыҡтар булды.  

Мөмкинлектәре сикләнһә лә, рухтары сикләнмәгән
Мөмкинлектәре сикләнһә лә, рухтары сикләнмәгән

Был көндө район дауаханаһынан табип, мәшғүллек үҙәгенән, "Ғаилә" хеҙмәтенән һәм башҡа өлкәлә эшләүсе белгестәр төрлө һорауҙар буйынса мөрәжәғәт итеүселәрҙе ҡабул итте. 

Артабан мөмкинлектәре сикләнгәндәр үҙҙәре "Ал сәскә" тип аталған инклюзив музыкаль спектакль күрһәтте. Сара сәй эсеү һәм бергәләшеп фотоға төшөү менән тамамланды.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: