+10 °С
Болотло
Улар иң элек был урында ағастар ултыртты, эскәмйәләр, футбол ҡапҡалары ҡуйҙы. Ошо көндәрҙә был эштәрҙең башында тороусы Гөлнәриә Шаһиева “Кеше кешеләргә” йәмәғәтселек инициативалары конкурсында еңеү яулап, “Ҡала үҫешенең йәмәғәтселек фонды”нан матди ярҙам алыуға иреште.
Был аҡсаға майҙансыҡты турниктар, спорт ҡоролмалары урынлаштырылды. Физкультура уҡытыусыһы балаларҙы турникта дөрөҫ күтәрелергә өйрәтеү маҡсатында “Кем күберәк күтәрелә?” тип аталған спорт ярышы ла ойошторҙо.
Әлеге майҙансыҡ балаларҙың да, өлкәндәрҙең дә яратҡан урынына әүерелде. Һәр кем буш ваҡытында бында килеп, спорт менән шөғөлләнә ала. Балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең сәләмәт булып үҫеүҙәрен ҡайғыртҡан иҫкемусаларға афарин тиергә генә ҡала.
Гөлсәсәк Аласова.