Даирә
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Социаль тәьминәт
21 Декабрь 2021, 18:02

Балалы ғаиләләргә түләү булырмы?

Әгәр закон проекты хупланһа, уның яңы йылдың 1 ғинуарынан көсөнә инеүе ихтимал.  Уҡығыҙ:

Балалы ғаиләләргә түләү булырмы?
Балалы ғаиләләргә түләү булырмы?

Дәүләт Думаһына тәүге һәм артабан тыуған балаларға айлыҡ түләүҙәр тәртибен билдәләргә тейешле закон проекттарын ҡарауға индерҙеләр. “Ғәҙел Рәсәй” фракцияһы депутаттары айлыҡ түләүҙәргә Милли муллыҡ фондынан 7,2 триллион һумға тиклем аҡса йүнәлтеүҙе тәҡдим итә.

Закон проектына ярашлы, тәүге һәм артабанғы балалары тыуған ғаиләләргә ун мең һум күләмендә айлыҡ түләү ҡарала. Йыл һайын ул индексациялауҙы күҙ уңында тота. Айлыҡ түләү балаға 18 йәш тулғандан һуң туҡтатылырға тейеш, тип иҫәпләй проект авторҙары. 

Ата-әсә йәки опекун түләүҙе алыуға бала тыуғандан һуң  биш йыл дауамында ғариза бирә ала. Ярҙам сараһы  механизмдарын Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы әҙерләргә тейеш, тип күҙаллана. Әгәр закон проекты хупланһа, уның яңы йылдың 1 ғинуарынан көсөнә инеүе ихтимал.  

Закон проектын әҙерләгән депутаттар  фекеренсә, балалы ғаиләләр - социаль яҡтан аҙ яҡланған төркөм.  Тап улар аҙ килемле халыҡтың 82 процентын тәшкил итә.

Фото:Горобзор.ру

Автор:Эльнара Шаймарданова
Читайте нас: