Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль тәьминәт
10 Ноябрь 2021, 14:11

Кем күпме пенсия ала?

Әсәйемә 62 йәш, ул һәр саҡ эш менән мәшғүл булды. Беҙҙе аяҡҡа баҫтырыу өсөн баш күтәрмәй эшләне. Әммә пенсияһы бөгөн 9600 һум ғына тәшкил итә. Сағыштырыу өсөн: СССР-ҙың беренсе һәм һуңғы Президенты Михаил Горбачев айына 800 мең һум пенсия ала.Уҡығыҙ: 

Кем күпме пенсия ала?
Кем күпме пенсия ала?

Беҙҙең илдә пенсия реформаһын үткәреү кәрәклеге күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә ине, сөнки ул заман талаптарынан артта ҡалды. Әммә ул ниндәй булырға һәм нисек үткәрелергә тейеш, ниндәй һөҙөмтәне күҙалларға була? Был хаҡта бәхәстәр һаман тынмай. Бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда, ошо йүнәлештә байтаҡ үҙенсәлектәр төҫмөрләнә.

 

 Һәр өсөнсө кеше хаҡлы ялда

 

Тәүҙә – статистика мәғлүмәттәре. “Росстат” хәбәр итеүенсә, Рәсәйҙә 46 миллион пенсионер йәшәй. Тимәк, илебеҙҙәге һәр өсөнсө кеше. Әммә улар барыһы ла йәшенә ҡарап ҡына пенсияға сыҡҡан, тип әйтеп булмай. Ике миллиондан ашыу кеше, мәҫәлән, инвалидлыҡ буйынса пенсия ала, миллион ярымы – аҫраусыһын юғалтыу сәбәпле. Рәсәйҙең 2,2 миллион кешеһе хеҙмәт йылдарына бәйле пенсияла: полицейскийҙар, судьялар, прокурор­ҙар, төньяҡ төбәктәрҙә йәшәгәндәр.

Уртаса статистик пенсионер ғәмәлдә ниндәй? Уныһын да иҫәпләп сығарғандар: ул – 58 йәштәге ҡатын-ҡыҙ. Әйткәндәй, хаҡлы ялдағы ҡатын-ҡыҙҙар пенсионер ирҙәргә ҡарағанда ике тапҡырға күберәк, йәғни 29 миллион кеше. Ирҙәр – 14,4 миллион. Был уртаса ҡатын-ҡыҙ пенсионерға тағы ла 14 йыл йәшәйһе бар әле – уның һымаҡ 60-сы йылдарҙа тыуған ҡа­тындарҙың ғүмер оҙайлылығы 72,4 йыл тәшкил итә (ирҙәрҙең уртаса ғүмер оҙайлылығы – 64 йәш). Уртаса пенсионер айына 14,1 мең һум ала, бынан тыш, хеҙмәт ветерандарына 1854 һум күләмендә социаль түләүҙәр бирелә, уға ике бүлмәле 24 квадрат метр самаһы торлаҡ майҙаны тура килә. Торлаҡ күрһәткесенең шулай бәләкәй булыуының сәбәбе – ауылда шәхси йорттарҙа һәм ҡалала “хрущевка”ла йәшәгән пенсионерҙар күп. “Росстат” раҫлауынса, уртаса пенсионер эшләп йөрөүен дауам итә. Ғәҙәттә, ул һөнәри белем һәм әҙерлек талап ителмәгән “ҡара” эште башҡара, уртаса хеҙмәт хаҡы – 10 мең һум.

 

“Әсәйем әле лә баҡсала эшләй”

 

Бөгөн пенсионерҙар нисек йәшәй? Улар, донъялағы һәр социаль ҡатлам кеүек, төрлө төркөмдәргә бүленә – үтә аҙ килемлеләр һәм бик ҙур пенсия алыусылар. Бер танышым күптән түгел шулай тип һөйләне:

– Әсәйемә 62 йәш, ул һәр саҡ эш менән мәшғүл булды, үҙе йәшәгән ҡалалағы төрлө предприятиеларҙа эшләне, ике бала тәрбиәләп үҫтерҙе. Беҙҙе аяҡҡа баҫтырыу өсөн баш күтәрмәй эшләне, тип әйтергә лә була. Был һаулығына ла зыян килтермәй ҡал­мағандыр инде, ул ике инфаркт кисерҙе. Әммә пенсияһы бөгөн 9 600 һум ғына тәшкил итә. Пенсия фондына барып йөрөүҙәре һәм хат яҙыуҙары һөҙөмтә бирмәне: бер ниндәй өҫтәмә лә тейеш түгел икән. Күптән түгел 200 һум өҫтәлде, тик был һиҙелерлек ярҙам була алмай. Ике инфаркт үткәрһә лә, инвалидлыҡ ала алманы, тейеш түгел, тигәндәр.

Минең матди ярҙамдан башҡа ул көн күрерлек хәлдә түгел. Ағайым ярҙам итә алмай, сөнки ипотека түләй. Ҙур булмаған шәхси йортонда үҙ скважинаһы менән йәшәһә лә, “коммуналка” өсөн айына ике мең һум түләргә кәрәк. Бынан тыш, ғүмер өсөн кәрәкле дарыуҙар айына берәр мең һум талап итә. Тәбиғи, кибеттә ризыҡ һатып алырға ла кәрәк, кейем-һалым да туҙа бара. Театрға йә иһә башҡа мәҙәни үҙәктәргә йөрөү, ҡайҙалыр барып ҡайтыу тураһында һүҙ ҙә юҡ. Ул әле лә тик ултырмай, йәй буйы баҡсаһында йәшелсә, еләк-емеш үҫтерә, бер аҙын сығарып һатырға ла өлгөрә, тик уныһы тиндәргә генә торошло. Ҡайһы бер сәйәсмән ишарат­тарының: “Эшләр сағында өйҙә яталар йәки эскегә биреләләр ҙә, ҡартайғас, ҙур пенсия таптыра башлайҙар”, – тигәне дөрөҫ түгел. Минең әсәй, әйткәнемсә, һәр саҡ эштә булды, уның әхирәттәре лә ошондайыраҡ хәлдә. Балалары йәки яҡын туғандары булмаған башҡа ошондай түбән пенсиялы әбей-бабайҙар нисек йәшәйҙер...

Пенсионерҙар өсөн иң түбән йәшәү кимәле ни саҡлы? Рәсәйҙә ул йылдан-йыл арта бара: 2018 йылда был күрһәткес 8 226 һум булһа, 2019 йылда – 8 846 һум, 2020 йылда – 9 311, ә быйыл 10 022 һум булды, йәғни өс йылда 1 176 һумға күтәрелде. Башҡортос­тан­да ошо күрһәткес түбәндәгесә: 2018 йылда – 8 320 һум, 2019 йылда –                       8 645, 2020 йылда – 8 645, быйыл – 9 605 һум. Рәсәй буйынса уртаса күр­һәткестең беҙҙең республикаға ҡарағанда бер аҙ юғарыраҡ булыуына Себер һәм Алыҫ Көнсығыштағы пенсионерҙар өсөн йәшәү мини­мумының ҙурыраҡ күләме йоғонто яһай (мәҫәлән, Хабаровск крайында был күрһәткес – 13 205, Чукоткала – 19 312 һум).

 

Космонавт күпме пенсия ала?

 

Әлеге әбейҙеке менән сағыштырып та булмаҫлыҡ пенсия алғандар ҙа аҙ түгел Рәсәйҙә. Тәбиғи, бындай аҡса юҡҡа ғына бирелмәй – йә был кеше ауыр һәм зарарлы предприятиела эшләгән, йә оҙаҡ йылдар хәрби хеҙмәттә (йәки шул өлкәләге экстремаль шарттарҙа) булған, йә иһә бик яуаплы вазифа биләгән һәм башҡалар.

Сағыштырыу өсөн: СССР-ҙың беренсе һәм һуңғы президенты Михаил Горбачев айына 800 мең һум пенсия ала. Был – Мәскәү ҡалаһындағы хеҙмәткә иң түбән түләү кимәленән 40 тапҡырға ҙурыраҡ. Пенсия уға 90-сы йылдар башында уҡ ҡабул ителгән ҡануниәт нигеҙендә билдәләнгән.

“Pensopathology.ru” проекты етәк­сеһе Евгений Биезбардис “Прайм” агентлығы хәбәрсеһенә биргән интер­вью­һында билдәләүенсә, 2016 йылдың 1 ғинуарына Рәсәй космонавының пенсияһы 446 мең һум тәшкил иткән. “Яңыраҡ мәғлүмәттәрҙе хәҙер “Росстат” ни өсөндөр баҫтырмай башланы”, – ти ул.

“Комсомольская правда” гәзите сайты яҙыуынса, төрлө категориялағы судьялар 70 меңдән алып 250 мең һум­ға саҡлы эш хаҡы ала. Уның күлә­менә вазифа, класс, хеҙмәт йылдары, эшләгән төбәк һәм ғилми дәрәжә йоғонто яһай. Пенсия ошо категория­лағы судьяның эш хаҡына ҡарап билдәләнә. Хеҙмәт стажы 25 йылдан аша икән, тимәк, пенсия уның окла­дының 50 процентын тәшкил итәсәк (пенсия йәшенә еткәнгә саҡлы уҡ). Ә ҡартлыҡ буйынса хаҡлы ялға сыҡҡан осраҡта был күрһәткес 80 процентҡа етәсәк. Шулай итеп, судьяның пенсияһы айына 35 мең һумдан алып 200 мең һумғаса тәшкил итә.

Батырлыҡ ҡылған ҡаһармандар ҙа һәйбәт пенсияға лайыҡ. Тик һәр береһе түгел, әлбиттә, ә дәүләт кимәлендә танылыу алғандары. Мәҫәлән, “Рәсәй Геройы” тигән юғары исем илебеҙҙә йылына 10-15 кешегә бирелеп тора. Бының өсөн, мәҫәлән, 2019 йылдың авгусында Дамир Йосопов менән Георгий Мурзин кеүек самолетты кукуруз баҫыуында уңышлы ултыртырға, йә булмаһа, генералдар Сергей Рудской менән Андрей Сердюков һымаҡ Сүриәлә хәрби операциялар үткәрергә кәрәк. Был почетлы исемде алған кешенең пенсияһы айына 65,5 мең һум тәшкил итә. Әгәр ҙә ул Мәскәүҙә йәшәһә, баш ҡала властары тағы ла 25 мең һум өҫтәй. Йәнә шуныһы – был түләүҙәр геройҙарға улар пенсия йәшенә етмәҫтән үк түләнә башлай.

Министрҙың пенсияһы эш хаҡынан түгел, ә дәүләт хеҙмәте биреп килгән аҡсалата дәртләндереү суммаһынан сығып иҫәпләнә. Уның суммаһы – айына 85 мең һум. Әммә ул стажға бәйле: окладтың 55 проценты кимәлендә пенсия алыу өсөн өс йыл министр булып эшләргә кәрәк, ә 75 процентына өлгәшеү өсөн алты йыл ошо вазифаны биләргә тура киләсәк. Тәүге осраҡта ул – 46,6, икенсеһендә айына 63,6 мең һум буласаҡ.

2018 йылда Рәсәй Дәүләт Думаһы Рәйесе Вячеслав Володин депутат пенсияһы темаһына нөктә ҡуйырға ҡарар итте. Ул аныҡлауынса, Дәүләт Думаһы депутаты айына 400 мең һум алһа ла, пенсияһы министрҙыҡы кеүек аҡсалата дәртләндереү күләменән сығып иҫәпләнергә тейеш. Был осраҡта министр менән депутаттың пенсиялары ваҡыт яғынан ғына айырыла: биш йыл (йәғни бер саҡырылыш) депутат булған саҡта айына – 46,6 мең, ә ун йыл ошо исемде йөрөткән осраҡта 63,6 мең һум пенсия килеп торасаҡ.

Хәрбиҙәрҙең пенсияһы хәҙер гражданлыҡ пенсияһынан күберәк. 10 йыл элек уны байтаҡҡа күтәргәйнеләр. Хеҙмәт оҙайлылығы буйынса пенсия эш хаҡының 50 процентына етә, уны 20 йыл хеҙмәт иткәндән һуң алырға мөмкин. Артабан да хеҙмәт иткән осраҡта пенсия суммаһына йыл һайын өсәр процент өҫтәлә бара, тик уларҙың эш хаҡы ҙур тип булмай: генералдыҡы – 60-70 мең һум, түбән дәрәжәләге офицерҙарҙыҡы – 40 мең һум.

Дәүләт хеҙмәтендә эшләгәндәрҙең (йәғни федераль һәм төбәк власть органдарының) пенсияһы шулай уҡ окладҡа бәйле. Стаж 17 йылға еткән осраҡта пенсия окладтың 45 процентын тәшкил итәсәк. Тағы ла 10 йыл эшләгәндә, ул 75 процент була. Дөрөҫ, бында үҙенсәлеге лә бар: беренсенән, ошондай пенсия алыр өсөн хаҡлы ялға тап дәүләт хеҙмәтенән сығырға кәрәк. Алдараҡ киткән осраҡта, ғәҙәттәге страховка пенсияһын тәғәйенләйәсәктәр. Икенсенән, чиновниктар өсөн пенсияға сығыу йәше, башҡалар менән сағыштырғанда, юғарыраҡ.

 

Табиптарға тейеш тип табылған

 

Пенсияны ҙурыраҡ күләмдә алыу менән бер рәттән, был йәшәү пособиеһын хаҡлы ялға сығыу ваҡыты еткәнсе үк ала башлаған һөнәр эйәләре лә бар. Улар араһында тәү сиратта та­биптарҙы күрһәтергә була. Ҡану­ниәткә ярашлы, улар дөйөм ҡабул ителгән пенсия йәше етмәҫ борон пенсия юлларға хоҡуҡлы.

Ваҡытынан алда пенсияға сығыу өсөн нигеҙ – талап ителгән махсус эш стажына эйә булыу. Бының өсөн ауыл ерендә кәмендә – 25, ә ҡалала 30 йыл табип һөнәре буйынса эшләргә кәрәк. Рәсәй Хөкүмәтенең 2021 йылдың 4 июнендәге ҡарарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш стажына хәҙер уларҙың һөнәргә уҡыу һәм өҫтәмә белем алыу, шулай уҡ квалификацияны камиллаштырыу курсында шөғөлләнеү осоро ла индерелә.

Әлеге ваҡытта СОVID-19 коронавирус инфекцияһы йоҡторған һәм йоҡтороу ихтималлығы бар тип табылған пациенттарҙы дауалаған табиптарҙың хеҙмәт стажы 2020 йылдың 1 ғинуарынан яңыса иҫәпләнә – пенсияға ваҡытынан алда сығыу хоҡуғы биргән бер эш көнө ике көн тип алына.

Рәсәй Пенсия фондының Башҡорт­ос­тан буйынса бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров белдереүенсә, бөгөн республикала 22 625 медицина хеҙмәткәре ваҡытынан алда пенсия ала, 334 табипҡа һәм шәфҡәт туташына 2020 йылда ғәмәлдәге ҡануниәт нигеҙендә пенсияға алдан сығыу хоҡуғы бирелгән.

Рәсәйҙә пенсия күләменә күп шарттар йоғонто яһай. Һәр кем шәхси эш тәжрибәһенә һәм хеҙмәт ҡаҙаныштары исемлегенә эйә. Социаль һәм төбәк өҫтәмәләре, корпоратив пенсия һәм башҡа өҫтөнлөктәр бар. Бер хәҡиҡәтте аныҡ әйтергә мөмкин: оҙаҡ йылдар эшләгән һәм ҙур эш хаҡы алған, юғары вазифа биләгән кешенең пенсияһы ла юғарыраҡ.

 

Бәхәстәр дауам итә

 

Илебеҙҙәге пенсия системаһына реформа, билдәле булыуынса, 2019 йылдың 1 ғинуарынан, йәғни коронавирус эпидемияһына саҡлы башлан­ғайны һәм уның 2019 йылдан алып 2028 йылға саҡлы үткәреләсәге иғлан ителде. Ошо осорҙа пенсияға сығыу йәше биш йылға оҙайтыла. Вәғәҙә ителеүенсә, был сара һөҙөмтәһендә “артып ҡалған” сумма пенсия күләмен арттырыуға йүнәлтелә.

Реформаға ҡаршы булыусылар һәр хеҙмәтсәндең дә был йәшкәсә эшләй алыу мөмкинлеге булмауын раҫларға тырыша. Байтаҡ урында хеҙмәт шарттары ауыр һәм кешенең һаулығына кире йоғонто яһай бит. Оло йәштәге хеҙ­мәткәрҙе лә ҡайһы бер ойошма­ларҙа тоторға тырышмайҙар. Был дә­ғүә­гә ҡарата властарҙың үҙ яуабы бар: кеше пенсия алды йәшендә эш таба ал­маһа, мәшғүллек үҙәгенән белешмә алып, хаҡлы ялға ике йылға алдараҡ китә ала.

 

Маҡсат – хеҙмәт баҙарын ҙурайтыу

 

Рәсәйҙә пенсияға сығыу йәшен оҙай­тыу тураһында ҡарар ҡабул иткәндән һуң ике йылдан ашыу ваҡыт уҙҙы. Реформаның йоғонтоһо һиҙелә­ме?

Иҡтисади үҫеш министрлығы белде­реүенсә, пенсия йәшен күтәреү 2024 йылға халыҡтың хеҙмәткә яраҡлы өлөшөн 1,8 миллион кешегә артты­расаҡ. Ошо уҡ министрлыҡ күптән түгел раҫлағанса, был тулайым эске продукт күләмен алты йыл эсендә 1,3 процентҡа үҫтереү мөмкинлеген бирәсәк. 2019 йылда, йәғни пенсия реформаһы башланған осорҙа, хеҙмәт баҙарында 300 мең самаһы кешенең үҙ эшен дауам итергә ҡаласағы билдәле ине.

– Хеҙмәт баҙарында кадрҙарға ҙур ҡытлыҡ аҡрынлап кәмей барасаҡ, – тип әйтелә Иҡтисади үҫеш министр­лығының былтырғы йылға йомғаҡлау күҙәтеүендә. – Был халыҡтың иҡтисади әүҙемлек кимәлен күтәреү һөҙөмтәһендә мөмкин булды, шул иҫәптән – өлкән йәштәгеләр араһында. Әлеге ваҡытта дәүләт статистикаһы, Рәсәй халҡының 82,3 миллионы хеҙмәткә яраҡлы йәштә, тип иҫәпләй.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың пенсияға сығыу йәшен күтәреүҙе гендер тигеҙлеге зарурлығы менән аңлаталар. Тәүге вариантта ул, хәтерләйһегеҙҙер, 63 йәш тип билдәләнгәйне. “Ирҙәр өсөн пенсияға сығыу йәше 2028 йылға – 65 йәшкә, ә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 2034 йылға 63 йәшкә етәсәк”, – тип белдергәйне Рәсәй Хөкүмәтенең ул саҡтағы Премьер-министры Дмитрий Медведев. Әммә пенсия реформаһы башланыр алдынан халыҡтан һорау алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн был сик 60 йәшкә төшөрөлдө.

 

- Рәшит КӘЛИМУЛЛИН

https://bashgazet.ru/articles/sotsial-m-s-l/2021-11-09/va-yt-eter-le-ti-r-ul-t-2576582  

Автор:Эльнара Шаймарданова
Читайте нас: