Быйыл йәй аҙағында был ғаиләлә саҡ фажиғә булманы. Өфөлә Аврора урамындағы йорттоң беренсе ҡаттағы фатиры тәҙрәһенән тәүҙә өс йәшлек ҡыҙыҡай осоп төшә, артынан уның 11 айлыҡ ҡустыһы ла ҡолайым тигәндә, үтеп барған кеше уны тотоп өлгөрә.
Аҙаҡ асыҡланыуынса, балалар ул көн әсәләре менән өйҙә булған. Ҡатын кеше йоҡлаған, ә сабыйҙар эҫелектән асыҡ торған тәҙрә янына барған.
Был хәл тураһында билдәле булғас, балаларҙы әсәһенән тартып алып, Сабыйҙар йортона урынлаштырҙылар. Эштән арып ҡайтып йоҡлаған ҡатындың был ҡарарға ҡото осто. Уның балаларын юғалтҡыһы килмәй ине. Һәм бөгөн яңылыҡ билдәле булды: балаларҙы әсәһенә ҡайтарасаҡтар. Был турала “Честно говоря” телепроекты хәбәр итә.
Был ваҡыт эсендә әсәй кеше йәшәгән урындарын уңайлыраҡҡа алмаштырған, медицина комиссияһы үткән, бөтә кәрәкле тестар һәм анализдар тапшырған, белгестәргә барған. Хәҙер уға ни бары "бер ҡайҙа ла иҫәптә тормаған" тигән белешмәләр генә алырға ҡалған.
Ҡатын белдереүенсә, балаларын алғас, уға ҡапыл ҡыйын булған, хатта “Ашығыс ярҙам” саҡыртырға тура килгән. Әле хәле яҡшырған. Әйтеүенсә, ул балаларын ныҡ һағынған, уларҙың ҡайтыуын ашҡынып көтә.
Нисек кенә булмаһын, балаларҙың үҙ әсәләре янында үҫеүе яҡшы инде.
Фото: "Башинформ".
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2021-09-07/sabyy-ar-y-s-l-ren-kire-bir-s-kt-r-2495488?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500