Даирә
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль тәьминәт
5 Июль 2021, 20:52

"Дәүләт хеҙмәттәре" порталында ғариза биреү етә

1 июлдән йөклөлөлөктөң тәүге 12 аҙнаһында иҫәпкә торған, ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡатындарға һәм 8-ҙән 17 йәшкәсә балаларҙы яңғыҙ тәрбиәләгән атайҙарға йәки әсәйҙәргә түләүҙәр өсөн ғаризалар ҡабул ителә башланы. Шарттары - яҙмала.Тулы текст сайтта:

Пособие күләме йәшәү минимумынан сығып иҫәпләнәсәк. Тәүге осраҡта ул өлкән кеше өсөн минимумдың яртыһын тәшкил итәсәк, икенсеһендә балалар өсөн минимумдың яртыһына тиң буласаҡ.
Төп шарт – ике осраҡта ла ғаиләнең килеме йән башына тәғәйенләнгән йәшәү минимумынан артмаҫҡа тейеш.
Буласаҡ әсәйҙәр йөклөлөк буйынса иҫәпкә торған айҙан башлап түләүҙәр ала аласаҡ (әгәр ошо хәлдән һуң 30 көн эсендә мөрәжәғәт итһә) йәки иҫәпкә торғандан һуң ғариза бирелһә, ошо айҙан башлап түләү билдәләнәсәк.
Яңғыҙ атайҙарға йәки әсәйҙәргә түләүҙәр 8-ҙән 17 йәшкәсә балаларҙы бер үҙе тәрбиәләгәндәргә һәм шулай уҡ судтан алимент түләү тураһындағы ҡарары булғандарға ла түләнәсәк.
Пособие ғаиләләрҙә йәшәгән етем балаларға ла ҡағыла. Был осраҡта пособиены опекун юллай. Түләү күләме индексацияланасаҡ.
Рәсәйҙә балалы ғаиләләргә социаль льготалар системаһы үҫешә бара: был исемлеккә әсәлек капиталын, күп балалы ғаиләләрҙе хәстәрләү юлдарын, яңы пособиеларҙы ла индерергә мөмкин.
– Тәүҙә йәш ярымға тиклем балаларға ғына пособиелар түләнә ине. Киләһе аҙым был түләүҙәрҙе өс йәшкә тиклем еткереү булды. Тәүге этапта ғаиләләр күп булманы, сөнки пособие йән башына килгән килем йәшәү минимумының 1,5 тапҡырлыҡ күләменән артмаҫҡа тейеш ине. Артабан был һан ике йәшәү минимумына еткерелде һәм пособие алған ғаиләләр һаны артты. Президент киләһе аҙымды тәҡдим итте: 8-ҙән 17 йәшкәсә балаларҙы яңғыҙ тәрбиәләгән, ауыр тормош хәлендә ҡалған атайҙарға йәки әсәйҙәргә пособие түләү. Әммә был тәүге аҙым ғына, - тине Рәсәй Дәүләт Думаһында “Берҙәм Рәсәй” партияһы фракцияһы етәксеһе Андрей Исаев.
Бығаса иртә срокта иҫәпкә торған ауырлы ҡатындарға пособие бер тапҡыр һәм 700 һум күләмендә түләнә ине. Хәҙер иһә иртә иҫәпкә торған һәм ауыр хәлдә ҡалған ауырлы ҡатындарға түләнгән пособие күләме яҡынса 6350 һум тәшкил итәсәк, бала тыуғансы ай һайын түләнеп барасаҡ.
Пособие алыу шарттары ябай, улар граждандарҙың тормош хәлен иҫәпкә ала. Түләүҙәрҙе юллау өсөн “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында ғариза биреү етә, ә пособиеларҙы тәғәйенләгән Пенсия фонды кәрәкле документтарҙы ведомство-ара хеҙмәттәшлек юлы менән үҙе юллаясаҡ.
Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путин быйылғы Мөрәжәғәтнамәһенең күп өлөшөн ғаиләләргә, балаларға арнаны. Ул матди ауырлыҡ кисергән һәм бала көткән ҡатындарға ярҙам итеү саралары хаҡында белдерҙе. Бығаса был социаль башланғыстарҙы “Берҙәм Рәсәй” партияһы ил етәксеһенә еткергәйне. Башҡа социаль ярҙам төрҙәре лә тормошҡа ашырыласаҡ.
Мөрәжәғәтнамәнән һуң “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы тәҡдимдәрҙе ҡануни йәһәттән әҙерләгән, 19 майҙа закон өсөнсө уҡыуҙа ҡабул ителгән. 26 майҙа уға ил етәксеһе ҡул ҡуйған.
Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/D-l-t-he-m-tt-re-portalinda-ariza-bire-et-849779/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Автор:Эльнара Шаймарданова
Читайте нас: