Даирә
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Социаль тәьминәт
1 Июль 2021, 10:58

Хеҙмәт ветерандарына ниндәй ярҙам күрһәтелә?

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры республикабыҙҙа хеҙмәт ветерандарына ярҙам тураһында һөйләне.Тулы текст сайтта:

Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова республикабыҙҙа хеҙмәт ветерандарына күрһәтелгән ярҙам саралары тураһында һөйләне.
Уның әйтеүенсә, граждандарҙы “Хеҙмәт ветераны” тигән льготалы категорияһы федераль закон менән билдәләнә, ә бына уларға социаль ярҙам сараларын һәр төбәк үҙаллы билдәләй. Башҡортостанда 1994 йылда уҡ бөтә категорияларҙы, барлыҡ социаль ярҙам сараларын күҙаллаған “Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары тураһында”ғы закон ҡабул ителгәйне. Хеҙмәт ветерандарына айлыҡ аҡсалата түләү һәм торлаҡ, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙә айлыҡ аҡсалата компенсация ҡаралған. Әйткәндәй, Башҡортостан ҡануниәтендә “Хеҙмәт ветераны” статусынан мәхрүм итеү осраҡтары билдәләнмәгән, шулай ҙа социаль ярҙам сараларын туҡтатыу осраҡтары бар. Уларҙың тәүгеһе – икенсе төбәккә күсеп китеү, икенсеһе – кешенең башҡа нигеҙ, мәҫәлән, инвалидлыҡ буйынса махсус статусҡа эйә булыуы. Ике нигеҙ буйынса социаль ярҙам күрһәтелмәй.
Бынан тыш, республикала даими йәшәп, хеҙмәт ҡануниәтен боҙмайынса тәғәйен ваҡытты теүәл эшләп үткәргән кешеләргә намыҫлы һәм өлгөлө хеҙмәте өсөн өҫтәмә категориялар булдырылған: “Пенсия таныҡлығында ташламаларға хоҡуҡ тураһында ҡушымтаһы булған хеҙмәт ветерандары” һәм “Оҙайлы эш стажына эйә булған хеҙмәт ветераны”. Федераль ҡануниәттә бындай статустар билдәләнмәгән.
1 июнгә ҡарата 53491 кеше “Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары тураһында”ғы закон буйынса төрлө ташламаларҙан файҙалана. Йылына ветерандарҙың льготаларына республика ҡаҙнаһынан 2,6 миллиард һум йүнәлтелә.
Фото: gtrk.tv/novosti
Автор: Лилия Давлетбакова
Автор:Эльнара Шаймарданова
Читайте нас: