Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль тәьминәт
19 Май 2021, 21:42

Иғтибар: яңы социаль ярҙам төрҙәре ғәмәлгә инә!

Ауырлы ҡатындар, балалы ғаиләләр ҙур социаль ярҙам аласаҡ, ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙары ла яңыса түләнәсәк. Атап әйткәндә...Тулы текст сайтта:

Балалы ғаиләләр яңы социаль ярҙам төрөн аласаҡ: “Берҙәм Рәсәй” партияһы ил Президенты Мөрәжәғәтнамәһе һөҙөмтәләре буйынса тәҡдим иткән социаль төҙәтеүҙәр Рәсәй Дәүләт Думаһында өсөнсө уҡыуҙа ҡабул ителгән. Был үҙгәрештәр ике миллион самаһы ғаиләгә һәм ауырлы ҡатындарға ҡағыла.
Яңылыҡтар ваҡытлыса эшһеҙлек ҡағыҙы буйынса түләүҙәргә бәйле. Шулай итеп, ағымдағы йылдың 1 сентябренән ете йәшкә тиклемге (ете йәш тулғандар ҙа иҫәпкә алына) балалары булған ата-әсәгә “больничный” эш хаҡының 100 проценты күләмендә түләнәсәк.
"Әлеге ваҡытта был юҫыҡтағы түләүҙәр страховкалау принцибы буйынса башҡарыла. Атап әйткәндә, кешенең стажы алты айҙан аҙ икән, эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы буйынса хеҙмәт хаҡының минималь күләмен түләйҙәр. Алты айҙан биш йылға тиклем стажы булғандарға эш хаҡының 60 проценты, биш - һигеҙ йыл эшләгәндәргә – 80 проценты, артабан 100 процент эш хаҡы күләмендә “больничный” түләнә. Ғәҙәттә, ете йәшлек балалар стажы түбән йәш ата-әсәләрҙә була. Уларҙың эшкә ваҡытлыса яраҡһыҙлыҡ осоро ҙур матди сығымдар талап итә. Үҙгәрештәр ошоно төҙәтеүгә йүнәлтелгән", - тип белдерҙе “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы етәксеһенең беренсе урынбаҫары Андрей Исаев.
Унан тыш, бынан һуң йөклөлөк буйынса иртә иҫәпкә торған һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡатындар ҙа ай һайын махсус түләүҙәр аласаҡ. Льгота айлыҡ килемдәре төбәктә өлкәндәр өсөн билдәләнгән йәшәү минимумынан түбән булғанда билдәләнә. 1 июлдән был түләү ил буйынса уртаса 6350 һум тәшкил итәсәк, яңылыҡ яҡынса 630 мең ҡатын-ҡыҙға ҡағыласаҡ.
Өсөнсө яңылыҡ 8 - 16 йәшлек балалары булғандарға ҡағыла. Әгәр уларҙы йә ата, йә әсә яңғыҙы тәрбиәләһә, алимент түләү буйынса суд ҡарары булһа, ә ғаиләнең уртаса килеме төбәктәге йәшәү минимумынан артмаһа, ошо түләүгә иҫәп тоторға мөмкин. Был илдәге 360 мең тирәһе балаға ҡағыласаҡ, түләү күләме уртаса 5360 һум тәшкил итәсәк. Яңылыҡ 1 июлдән ғәмәлгә инә.
“Рәсәй әсәләре советы” хәрәкәте рәйесе Татьяна Буцкая, йәмәғәтселек, ата-әсә яңы социаль ярҙам төрҙәренең тиҙерәк ғәмәлгә инеүен көтә, тип белдерҙе.
“Бығаса ауырлы ҡатындарға иғтибар юҡ ине. Яңы төр социаль ярҙам иһә - был йәһәттән яһалған ҙур аҙым. Балалары булған яңғыҙ ата йә әсәгә лә социаль ярҙам күрһәтелә башлауы бик мөһим. Ғәҙәттә, балаларҙы тәрбиәләйем тип ҡатындар йонсой, ә алимент юллау – үҙе бер бәлә”, - тине Татьяна Буцкая.
“Берҙәм Рәсәй ” партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров та яңы социаль ярҙам төрҙәренең көнүҙәк булыуын, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙе хәстәрләү йәһәтенән берҙәм система барлыҡҡа килеүен билдәләне.
“Беҙҙең төбәк бүлексәһенең социаль йәһәттән яҡлауһыҙ ғаиләләр менән эшләү тәжрибәһе бар. Уны “Хәстәрлек картаһы” проекты нигеҙендә тормошҡа ашырҙыҡ. Ғәҙәттә, ярҙам тәү сиратта балалы ғаиләләргә кәрәк. Яңы саралар был эште адреслы башҡарырға ярҙам итәсәк”, - тине Рөстәм Әхмәҙинуров.
Мәғлүм булыуынса, быйыл Рәсәй Президенты үҙ Мөрәжәғәтнамәһендә “Берҙәм Рәсәй” тәҡдим иткән социаль башланғыстарҙы хупланы - улар тиҙ арала ғәмәлгә инәсәк.
Фото: files.asi.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/I-tibar-ya-i-sotsial-yar-am-t-r--m-lg-in-800300/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас: