Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль тәьминәт
25 Апрель 2021, 19:28

Баҡсаға шыршы үҫентеһе ултыртырға яраймы?

Ағас ултыртыу – күңелдең киңлеген сағыл¬дырған изге ғәмәл. Был бурыс кемдеңдер ҡушыуы, мәжбүр итеүе буйынса теләр-теләмәҫ кенә башҡарылһа, үҫенте рәтләп тамыр йәйә алмай. Өҫтәүенә ул ағас зарарлы, быныһын ултыртырға ярамай тигән шик-шөбһәгә, шомланыуға урын бирелә икән, эштән яҡшы һөҙөмтә көтөү мөмкин түгел.

“Зәңгәр шыршыларҙың матурлығына һоҡланып туя алмайым. Уны үҙебеҙҙең баҡсаға ултыртырға теләгәйнем, ауылдаштарымдан берәү уйымдан кире ҡайтырға мәжбүр итте. Баҡһаң, ярамай: зәңгәр шыршы кешенең тормошона кире йоғонто яһай. Был дөрөҫмө икән?”
Һорауға дини остаздарыбыҙҙың һүҙҙәренә, дини китаптарға таянып яуап бирергә тырышабыҙ.

“Бөтөн нәмәне әҙәм балаһына файҙа булһын тип яралттым”, – тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дә. Тәбиғәттә артыҡ, кәрәкмәгән бер ни ҙә юҡ. Тимәк, ағас ултыртыу, уларҙы һаҡлау, исраф итмәү – Исламдың бөйөк тәғлимәте. “Әгәр ҙә ки кемдер иген икһә йәки ағас ултыртһа, уларҙың емешенән йәки күләгәһенән башҡалар файҙаланһа, был эште башҡарған әҙәм балаһына ҙур сауап насип булыр”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә.

Бер хикәйәтте иҫкә төшөрөп уҙайыҡ. Батша ғәскәре менән ҡырҙа сәйәхәт итеп йөрөй, ти. Бер урында уларға бик өлкән йәштәге бабай осрай. Аҡһаҡал хөрмә ултыртырға тырышып йөрөй икән. Батша уға ҡарап тора-тора ла: “Был ағас бит бер нисә йылдан һуң ғына емеш бирәсәк. Уларҙы ашай алмаҫһың инде...” – ти. “Хөрмәтле батша йәнәптәре, – тип мөрәжәғәт итә аҡһаҡал. – Беҙ ҡартатайҙарыбыҙ ултыртҡан ағастарҙың емешен ашап үҫтек. Минекен дә ейәндәрем, бүләләрем ейер”.

Яуап батшаның күңеленә хуш килә һәм ул ярандарының береһенә бабайға алтын аҡса бирергә бойора. Аҡһаҡал усындағы бүләккә, бер хөрмәгә ҡарап, уйланып тора ла: “Батша йәнәптәре, – ти, – ағастың файҙаһын күрә алмаҫһың, тигәйнегеҙ. Бына бит, ултыртып та өлгөрҙөм, емешен дә бирҙе!” Батша был һүҙҙәрҙән күңеленә йәнә рәхәтлек алып, бабайға икенсе алтын аҡса бирҙертә. “Ғәжәп хөрмә булды бит был, – тип йылмая аҡһаҡал. – Ағас йылына бер мәртәбә емеше менән ҡыуандырыр ине, ә был шунда уҡ икене бирҙе!”

Ағас ултыртыу – күңелдең киңлеген сағыл¬дырған изге ғәмәл. Был бурыс кемдеңдер ҡушыуы, мәжбүр итеүе буйынса теләр-теләмәҫ кенә башҡарылһа, үҫенте рәтләп тамыр йәйә алмай. Өҫтәүенә ул ағас зарарлы, быныһын ултыртырға ярамай тигән шик-шөбһәгә, шомланыуға урын бирелә икән, эштән яҡшы һөҙөмтә көтөү мөмкин түгел. Һәр ғәмәлгә ысын күңелдән, ҙур ихласлыҡ менән тотоноу зарур. Ә ултыртырға ярамаған ағас юҡ ул. Әгәр зәңгәр шыршы, шулай уҡ башҡалар тап беҙҙең климатта үҫеү өсөн яраҡлаштырылған икән, уларҙы һаҡларға, үрсетергә бурыслыбыҙ. Һәр береһенең хикмәте, төрлө ауырыуҙарға дауаһы барлығын да онотмайыҡ.

Һәр ағас, үҫемлек, сәскә, тау, ҡаяһы күңелебеҙгә тик шатлыҡ бирһен, иншаллаһ.
Д. ИШМОРАТОВА әҙерләне
https://shonkar.rbsmi.ru/articles/bizm-ng-alyp/Ba-sa-a-shirshi--ente-e-ultirtir-a-yaraymi-775436/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=13743478
Читайте нас: