Даирә
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Социаль тәьминәт
7 Сентябрь 2020, 19:20

Хосписты бергәләп төҙөйөк!

Өфө хосписы хәйриә акцияһын башлап ебәреп, республика халҡына һәм эшҡыуарҙарға ярҙам һорап мөрәҗәғәт итә.

2021 йылда төбәктә беренсе хоспис асыу планлаштырыла. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөн Башҡортостанда 23 меңдән ашыу өлкән һәм 680 бала паллиатив ярҙамға мохтаж. Улар - онкологик диагноздар ғына түгел, ә генетика, неврология, имгәнеүҙәр һәм гериатрия ауырыуҙары менән дә бәйле пациенттар.
“Өфө хосписы” коммерцияға ҡарамаған автоном ойошмаһының башҡарма директоры Радмила Сурначева белдереүенсә, кешеләр өсөн ауыр ваҡытта таяныс буласаҡ ышаныслы ҡәлғә төҙөлә.
"Һәр бала, һәр өлкән кеше ауырыуҙан, ҡурҡыуҙан, яңғыҙлыҡтан башҡа лайыҡлы тормошҡа хоҡуҡлы. Беҙ беренсе стационар бинабыҙҙы төҙөйбөҙ һәм һеҙҙең ярҙамдан башҡа булдыра алмайбыҙ. Беҙ берәр кирбес һалып, был бинаны бергәләп күтәрәсәкбеҙ", - ти ул.
Бер "виртуаль" кибестең шартлы хаҡы - 16 һум. Балалар бүлеген төҙөү өсөн 602174 дана кирбес кәрәк, был 9,6 миллион һумдан күберәк.
16 һум - 1 кирбес;
160 һум - 10 кирбес;
320 һум - 20 кирбес;
1600 һум - 100 кирбес.
Виртуаль кирбесте нисек һатып алырға?
  1. Өфө хосписы сайтында теләһә ҡайһы банк картаһынан иғәнә ебәрергә:
  2. https://ufahospice.ru/programs/build-the-hospice/
    1. Реквизиттар буйынса иғәнә индереү:
    2. АНМО "Өфө хосписы"
      ИНН/КПП 0274950766/027401001
      ОГРН: 1190280068494
      БИК: 048073601
      р/с: 407038109060002955
      Банк: Һаҡлыҡ банкының №8598 Башҡортостан бүлексәһе
      к/с: 30101810300000000601
      "Стационар холында беҙ рәхмәт диауарын төҙөргә планлаштырабыҙ, унда 100 һәм унан да күберәк кирбес һатып алған кешеләрҙең исемдәре яҙыласаҡ, - ти "Өфө хосписы"ның партнерҙар менән эшләү буйынса координаторы Ирина Лобаева. - Хоспистар Рәсәйҙең күпселек төбәктәрендә иғәнә аҡсаларына төҙөлә, был - беҙҙең сит ил коллегаларыбҙ тәжрибәһе. Беҙ, Башҡортостан халҡы– ҙур йөрәкле кешеләр һәм проект хупланыр, ваҡытында тормошҡа ашырылыр тип ышанабыҙ".
      Автор: Римма Султанова
      Читайте нас: