Ярҙамдың беренсе пакетын алдылар ҙа инде. Әле икенсе пакет буйынса эштәр дауам итә.
Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Андрей Назаров оператив кәңәшмәлә белдереүенсә, бәләкәй һәм урта бизнесҡа республика иҡтисады тотороҡлолоғон күтәреү саралары сиктәрендә ярҙам күрһәтеләсәк. Барлығы 26 мең ойошма һәм эшҡыуар уны аласаҡ. Икенсе пакетҡа бөтәһе 38 сара ингән. Уларҙың төп өс йүнәлеше бар. Беренсеһе – бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам, икенсеһе, иҡтисадтың реаль секторының туҡтауһыҙ эшләүен тәьмин итеү, өсөнсөһө – инфраструктура һәм республиканың йәшәйешен тәьмин итеү. Эшҡыуарҙар араһында коронавирустан зыян күргән тармаҡтар исемлеге киңәйтелгән. Ярҙамдың беренсе пакеты индерелгән саҡта 16 эшмәкәрлек инеп, 12 мең бәләкәй һәм урта бизнес субъекты ингәйне. Федераль кимәлдә тағы 18 төр эшмәкәрлек өҫтәлде һәм хәҙер республиканың 26 мең ойошма һәм предприятиеһы ярҙам аласаҡ.
– Икенсе пакетты эшләгән саҡта беҙ 27 эшмәкәрлек төрөнә һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһы һәм алынған килемгә дөйөм һалым буйынса ставканы түбәнәйтергә ҡарар иттек. Шулай итеп төбәк кимәлендә төрлө ярҙамды 54 мең субъект аласаҡ, – тине Андрей Назаров.
Бынан тыш, икенсе пакет сиктәрендә һалым һалыуҙың патент системаһы буйынса түләүҙәр күләме икеләтә кәметеләсәк. Был ярҙамды 6 мең эшҡыуар аласаҡ. Һалым базаһы кадастр хаҡы булараҡ билдәләнгән күсемһеҙ милек объекттарына ҡарата милеккә һалым ике тапҡырға кәметеләсәк. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ объекттарына ағымдағы сығымдарҙы кәметеү өсөн 2020 йылда дәүләт милкендә булған ҡуртымға алынған мөлкәт өсөн түләү ваҡыты индерелә.