Бөгөн, хаттар йышыраҡ мессенджерҙарҙағы хәбәрҙәргә, ә яңылыҡтар бите гәзиттәрҙе алыштырыуға ҡарамаҫтан, ауылдарҙың хат ташыусылары ябай элемтә хеҙмәткәренән дә ҙурыраҡ булып ҡала. Антоновка, Мөрсәк, Ефремкин, Дмитриевка, Мөкәй һәм Күлләр ауылдарында гәзит һәм хаттар ташыусы Алевтина Семенованы һәр йортта түҙемһеҙлек менән көтөп торалар.
Бала сағы һәм һөнәр һайлау
Алевтина Анатольевна Антоновка ауылында күп балалы ғаиләлә тыуа, өс ҡыҙ һәм ике малай үҫәләр. Бәләкәйҙән үк хеҙмәттең тәмен, үҙ-ара ярҙамлашыуҙың һәм өлкәндәргә ҡарата ихтирамдың ҡиммәтен аңлай ул. Ефремкин мәктәбен тамамлағандан һуң, Ҡырмыҫҡалы һөнәрселек училищеһында бухгалтер һөнәрен ала. Уның юлы һандар һәм отчеттар менән бәйле булырға тейеш кеүек. Ләкин уның күңеле тере аралашыуға, кешеләр янында булыуға тартыла.
Үлсәүҙән башланып, хаттар менән дауам итә
Хеҙмәт биографияһын Алевтина Анатольевна Ленин исемендәге колхозда теүәллек талап иткән яуаплы эш – үлсәүсе булып башлай. Ләкин Ефремкин почта элемтәһе бүлексәһендә урын бушағас, бер ҙә уйлап тормайынса, үҙенең көсөн һынап ҡарарға була. Шулай итеп ул хат ташыусы булып китә.
- Ҡартатайым һәм апайым, ваҡытында, хат ташыусылар булып эшләнеләр. Ә хәҙер инде һигеҙ йыл мин дә улар эшен дауам итәм. Был эш – беҙҙең ғаилә тарихы. Һәм мин уның бер өлөшө булыуым менән сикһеҙ ғорурланам, - тип билдәләне ул.
Һауа торошо ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, ямғыр йәки ҡар яуамы, ҡояш ҡыҙҙырамы, аҙнаһына өс тапҡыр Алевтина Анатольевна велосипедҡа ултырып, Антоновка, Мөрсәк, Ефремкин, Дмитриевка, Мөкәй, Күлләр ауылдарына юллана – кешеләргә корреспонденция ғына ташып ҡалмай, улар менән аралаша, яңылыҡтар менән таныштыра.
- Беҙҙе һәр йортта, бигерәк тә өлкән йәштәге кешеләр, түҙемһеҙлек менән көтөп торалар,- ти Алевтина Анатольевна, йылмайып.- Улар өсөн мин хат ташыусы ғына түгел – ҡайһы саҡта был көндө һөйләшә, аралаша торған берҙән-бер кешемен дә. Мин уларға гәзит-журналдар алып киләм, ә улар мине сәй менән һыйлайҙар, яңылыҡтар менән уртаҡлашалар. Был эш өсөн мин яҙмышыма рәхмәтлемен.
Ғаиләһе – ышаныслы тылы
Алевтина Анатольевнаның ышаныслы тылы – ҙур һәм татыу ғаиләһе. Ире Федор Данилович менән улар бала саҡтан бергә, икеһе лә Антоновка ауылынан. Ул һәр ваҡыт йәнәшә, ҡатынына ярҙам итә һәм илһамландыра. Улар бергә дүрт бала: улдары Станислав һәм Данил, ҡыҙҙары Виктория һәм Людмиланы үҫтерәләр. Данил менән Викторияның инде үҙ ғаиләләре бар, үҙ аллы йәшәйҙәр.
Станислав та эшләй, ата-әсәһенә булыша. Ә кесеһе, Людмила, әлегә мәктәп уҡыусыһы – етенсе класта уҡый, ата-әсәһенең оло ярҙамсыһы. Алевтина Анатольевна менән Федор Даниловичтың шатлығы һәм ғорурлығы – ике ейәндәре бар.
Хат ташыусылар көнө алдынан беҙ Алевтина Семеноваға һәм, бер нәмәгә ҡарамаҫтан, кешеләргә шатлыҡ, яңылыҡтар һәм өмөт алып килеүселәрҙең барыһына ла ысын күңелдән рәхмәт әйтәбеҙ. Байрам менән һеҙҙе, ҡәҙерле хат ташыусылар!
Марина ВИКТОРОВА.