Даирә
+17 °С
Облачно

Бер ниндәй ҙә кәртәләр юҡ

Ағиҙел йылғаһының матур ярында инвалидтар араһында спорт туризмы буйынса республика ярыштары үтте.

Бер ниндәй ҙә кәртәләр юҡБер ниндәй ҙә кәртәләр юҡ
Бер ниндәй ҙә кәртәләр юҡ

Ағиҙел йылғаһының матур ярында инвалидтар араһында спорт туризмы буйынса республика ярыштары үтте. Бында Башҡортостандың төрлө мөйөштәренән ярышырға, аралашырға һәм яңы дуҫтар табырға командалар йыйылды.
Муниципаль район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров бәйгелә ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, изге теләктәрен еткерҙе.
- Мин һеҙҙе Ҡырмыҫҡалы ерендә күреүемә ихлас шатмын. Һеҙҙең ихтыяр көсөгөҙгә һоҡланам. Һеҙгә ысын спорт рухы, сағыу хистәр теләйем. Иң көслөләр еңһен! - тине Әлфир Фәрхәт улы.
Башҡортостан Республика­һы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса Комитеты рәйесе урынбаҫары Флүр Нурлығаянов спортта уңыштар теләне һәм, иң мөһиме – берҙәмлек һәм дуҫлыҡ, ти­не.
Башҡортостан Республикаһы спорт министрлығының бүлек начальнигы Андрей Григорьев республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – спорт министры Руслан Хәбибовтың сәләмен еткерҙе һәм республикала адаптив спорт төрөн үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелеүен билдәләне.
- Бындай сараларҙы мөмкинлектәре сикле кешеләр көтөп алалар. Улар өсөн бындай сараларҙа ҡатнашыу үҙ мөмкинлектәрен күрһәтеп, файҙалы һәм күңелле ваҡыт үткәреү мөмкинлеге бирә,- тине Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан Республикаһы ойошмаһы рәйесе Олег Ротов.
Спортсылар бер нисә дисциплинала көс һынаштылар: һыу һәм йәйәүле туризм техникаһы, коляскаларҙа велотуризм, урында ориентлашыу. Спорт программаһынан тыш, ойоштороусылар ҡатнашыусылар өсөн өҫтәмә саралар – төрлө оҫталыҡ дәрестәре, ижади конкурстар, ашнаҡсылар ярыштары әҙерләгәндәр.
Ҡатнашыусылар бер нисә көн асыҡ һауала поход шарттарында йәшәнеләр, палаткаларҙа йоҡланылар, усаҡта ризыҡ әҙерләнеләр. Атҡаҙанған сәйә­хәтсе, һыу туризмы буйынса спорт мастеры, “Башҡортостан Республикаһында туризмды үҫтергән өсөн” маҡтау билдәһе кавалеры Михаил Камский баш судья булды.
Ярыш йомғаҡтары буйынса Әбйәлил районы командаһы еңеү яуланы, Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан Республикаһы ойошмаһының Ҡырмыҫҡалы районы ойошмаһы “Иң төҙөк лагерь” номинацияһында еңеүгә лайыҡ булды.
Октябрьский ҡалаһынан На­талья Зайцева саранан ал­ған тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
- Бында беҙгә барыһы ла: атмосфера, яңы танышыуҙар бик оҡшаны. Тәбиғәте иҫ киткес. Беҙ бик шат,- ти ул.
Ике тиҫтә йыл буйы хәрәкәт бында ҡаҡшамаҫ холоҡло кешеләрҙе берләштерә. Ҡасандыр мөмкин түгел кеүек тойолған әйбер бында тырышлыҡ һәм хеҙмәт һөҙөмтәһендә ысынбарлыҡҡа әүерелә.
- Беҙҙең ойошма бындай сараларҙы 20 йылдан артыҡ үткәрә. Беҙҙә иң көслө спортсылар йыйыла, улар үҙ өлгөләре менән бер ниндәй кәртәләр ҙә ҡамасауламауын иҫбатлай,- тип билдәләне Олег Ротов.
Ҡырмыҫҡалы ерендә терәк-хәрәкәт аппараты йәрәхәтләнгән кешеләр араһында спорт туризмы буйынса республика ярыштары көслө рухлы кешеләр өсөн мөмкин булмаған бер нәмә лә булмауын тағы бер тапҡыр иҫбатланы. Спорт, дуҫлыҡ һәм берҙәмлек тормошто яҡтыраҡ итә, ә еңеүҙәр әһәмиәтлерәк. Бында төп приз – миҙалдар түгел, ә аралашыу шатлығы бүләк итә һәм үҙ көсөңә ышаныс барлыҡҡа килә.
Людмила ИСЛАМҒОЛОВА.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас