Даирә
+15 °С
Облачно

Ышаныслы тыл булдырғандар яҙмышы

Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе Фәһимә Ишмөхәмәтова ҡаты һынауҙарҙа сынығып, әсе ил яҙмышын үҙ иңендә татыған тыл хеҙмәтсәне.

Ышаныслы тыл булдырғандар яҙмышыЫшаныслы тыл булдырғандар яҙмышы
Ышаныслы тыл булдырғандар яҙмышы

Ата-бабаларыбыҙ ҙур михнәттәр аша еңеү яулап, беҙгә тыныс йәшәргә мөмкинлек бирҙе. Бөйөк Ватан һуғышында еңеүселәргә, Еңеү өсөн бөтә көсөн биргән тыл хеҙмәтсәндәренә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Инәй-олатайҙарыбыҙҙың бөгөн арабыҙҙа булыуы менән беҙ бик тә бәхетлебеҙ. Уларҙың башҡарған эштәре оло тарихи ваҡиға булып һаҡлана.
Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе Фәһимә Ишмөхәмәтова ҡаты һынауҙарҙа сынығып, әсе ил яҙмышын үҙ иңендә татыған тыл хеҙмәтсәне. Фәһимә Абдулла ҡыҙы 1928 йылдың 10 сентябрендә Ҡырмыҫҡалы ауылында Фатима Мәғәсүм ҡыҙы менән Абдулла Мөхәмәтзариф улы Хәсәновтарҙың ишле ғаиләһендә баш бала булып донъяға килгән. Ғаиләлә тағы ла өс бала тәрбиәләнә. Балалар бер-береһенә терәк, ярҙамсыл булып үҫәләр. Фәһимә апай ғаиләлә өлкән бала булараҡ, өйҙә хужалыҡ эшендә булыша, кесе туғандарын да ҡараша.
Һуғыш башланғанда уға 12 йәш була. Бала сағын ауыр һуғыш йылдары хәтирәләре менән иҫкә ала ул. Тылдағы ауыр тормошто күреп, аслы-туҡлы булһалар ҙа, ауырлыҡҡа бирешмәй, ололар менән бер рәттән Еңеүҙе яҡынайтыр өсөн тырышыуҙары тураһында бәйән итте, ураҡ менән иген урыуҙарҙы, көлтә ташыуҙарҙы һис тә онотмай.
- Йәйге эҫе көн ине. Атай-әсәйем һуғыш башланған тип ҡайтып инделәр. Ауыл халҡын көн дә машинаға тейәйҙәр ҙә фронтҡа алып китәләр. Беҙҙең урамдан һуғышҡа алынған ир-егеттәрҙән бер кем дә кире әйләнеп ҡайтманы. Атайым тәүҙә колхозда, һуңынан почтала элемтәсе булып эшләне. Элемтә кәрәк булғанға күрә, һуғышҡа ебәрмәнеләр, бронь менән ҡалдырҙылар. Яурынына тимер сыбыҡ тағып, ауылдар буйлап, өҙөлгән сымдарҙы ялғап йөрөй ине. Әсәйем колхозда төрлө эштәрҙә эшләне, сөгөлдөрсө булды, ураҡ менән иген урҙы. Улар көнө-төнө колхоз эшендә булалар ине. Тауһеңер, Березовка яҡтарына барып ойошмалар, мәктәп өсөн утын ҡырҡырға ла ебәрҙеләр уларҙы. Беҙ ҙә саңғыла шунда барып утын тейәп ҡайта инек. Эсәр һыу юҡ, Ялан урамынан тау аҫтына төшөп, сиратлап тороп соҡорға йыйылған һыуҙы күнәктәр менән ташыйбыҙ. Эшсе ҡулдар етешмәгәнлектән, ололар менән бер рәттән тороп эшләнек. 13 йәштән иһә тиҫтерҙәрем менән ауылда төп көс булып ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар, ҡарттар менән урманда, яландарҙа көлтә бәйләүҙә, сөгөлдөр утауҙа планды тултырыу өсөн эшләнек, - тип хәтерләй инәй.
- Бик ауыр йылдар ине. Өҫкә кейергә кейем, тамаҡ ялғарлыҡ тәғәм ризыҡ юҡ. Яҙ ер ҡарҙан әрселгәс тә төрлө үләндәр йыябыҙ. Балтырған, ат ҡолағы, кесерткән бешерҙек. Яландан серек бәрәңге алып ҡайтып, кәлйемә бешереп ашайбыҙ. Ауылда үҙҙәренә бәрәңге сәсеүселәр нишләптер булманы. Һыйырлы кеше һөтлө аш, беҙ һыуға ыумас бешереп ашай инек, - ти ул. - Эш араһында мәктәптә уҡыуҙы дауам итәбеҙ. Иҫке генә мәктәптә уҡыныҡ. Иҙәндәре серек, ҡайһы береһенә баҫһаң, таҡта һынып аяҡ тишеккә төшөп китә. Бүлмәләр һыуыҡ, класта өшөп, ҡараларыбыҙ туңып, яҙа алмай ултырһаҡ та, уҡырға тырыштыҡ. Яҙырға дәфтәр юҡ. Әсәйем алып ҡайтҡан төргәк ҡағыҙына яҙа инек. Ҡайһы бер өлкән йәштәгеләр ҙә беҙҙең менән уҡынылар. 9-сы класты бөтөп, 10-сы кластың бер сиреген уҡыным да уҡыуҙы ташларға тура килде, - ти Фәһимә Абдулла ҡыҙы.
Фәһимә инәй туғыҙынсы класты тамамлағас, почтаға телефонистка булып эшкә урынлаша. Унда бер аҙ эшләгәс, Һаҡлыҡ банкына кассир-контролер булып күсә, аҙаҡ бухгалтер ҙа була. Һуңынан хаҡлы ялға сыҡҡансы Капиталь төҙөлөш бүлегендә эшләй. Күп йыллыҡ һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн хеҙмәт ветераны тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ ул. Бынан тыш, йыл һайын Бөйөк Еңеүҙең юбилей миҙалдары менән бүләкләнгән.
Үҙенең тормошон Арыҫлан ауылы егете Әнүәр Ишмөхәмәтов менән бәйләй. Йәштәр 1950 йылдың октябрендә өйләнешәләр. Ул ваҡытта Әнүәр Нәсибулла улы район ҡулланыусылар йәмғиәтендә инструктор булып эшләй. Һуңынан төрлө эштәрҙә йөрөй. Йәш ғаилә Нәсибулла ағайҙың апаһы менән бергә татыу, берҙәм булып йәшәйҙәр. Ишмөхәмәтовтар бер-бер артлы өс балаға ғүмер бүләк итәләр. Уларҙың һәр береһе үҙ тормошо менән йәшәй, үҙҙәре ул-ҡыҙҙар үҫтереп, ейән-ейәнсәрҙәр һөйөүен татып, оло йәшкә етеп килә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош иптәше Әнүәр Нәсибулла улы бик иртә фани донъяларҙы ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күсә. Фәһимә инәйгә бала ҡайғыһы кисерергә лә тура килә. Ҡыҙы Флүрә гүр эйәһе була. Уның үлемен бик ауыр кисерә ул.
Бөгөн Фәһимә инәй Ҡасим улы менән йәшәй. Балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең, бүлә-бүләсәрҙәренең уңыштарына ҡыуанып, улар менән ғорурланып, бәхетле ҡартлыҡ кисерә. 98 йәшен тултырасаҡ яҡташыбыҙҙың ауылдаштары, туғандары араһында абруйы ҙур. Лайыҡлы ғүмер ки¬сергән Фәһимә Абдулла ҡыҙы йәштәргә өлгө булып тора.
- Ауыр йылдар үттек, һуғышты ла, аслыҡты ла татыныҡ. Халыҡ бик ҡыйынлыҡ менән йәшәп был һуғышты үткәреп ебәрҙе. Беҙ күргәнде киләсәк быуынға күрергә яҙмаһын. Донъялар тыныс булһын, - ти инәй.
Шул йылдарҙа еңеү өсөн тылда үҙен аямай эшләгән тыл хеҙмәтсәне Фәһимә Абдулла ҡыҙына ныҡлы һаулыҡ, тыныс тормош, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотоһы

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас