Даирә
+15 °С
Облачно
Социаль тәьминәт
17 Апреля , 07:06

Маҡсаттары – эшһеҙҙәргә ярҙам ҡулы һуҙыу

19 апрелдә район Мәшғүллек үҙәге хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй.

Маҡсаттары – эшһеҙҙәргә ярҙам ҡулы һуҙыуМаҡсаттары – эшһеҙҙәргә ярҙам ҡулы һуҙыу
Маҡсаттары – эшһеҙҙәргә ярҙам ҡулы һуҙыу

Райондың халыҡ мәшғүллеге бюроһы 1992 йылдың апрелендә асыла. Уның тәүге етәксеһе Рәсих Ғәҙелев булһа, 1993 йылда халыҡ мәшғүллеге бюроһы Ҡыр­мыҫҡалы районының Хеҙмәт һәм халыҡ мәшғүллеге бүлеге итеп үҙгәртелә һәм бүлек начальнигы итеп Йәүҙәт Хәмитов тәғәйенләнә. Артабан уға Шамил Хафизов етәкселек итә. Әйткәндәй, 2023 йылдан үҙәк яңы ойошторолған республика халыҡ мәшғүллеге үҙәге составына территориаль бүлек булараҡ ингән.
Коллективта бик татыу, тәж­рибәле, тырыш хеҙмәткәрҙәр тупланған. Район мәшғүллеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре һөнәри оҫталыҡтары, яуаплылыҡтары, килеүселәргә иғтибарлы, асыҡ йөҙлө булыуҙары менән халыҡтың хөрмәтен яулаған. Баш инспектор Маргарита Кәримова, хеҙмәт буйынса белгес Әлфинур Ғәфүрова, әйҙәүсе инспекторҙар Альбина Мос­таева, Айгөл Әхмәтова, Рима Хөснетдинова, Йәмилә Ғимазетдинова, инспектор Регина Ҡормашева, хеҙмәт бинаһын йыйыштырыусы Светлана Хә­сә­нова һәм водитель Илдар Шәмсебаров яҡшы хеҙмәт өлгөһө күрһәтә.
Мәшғүллек хеҙмәте белгес­тәренең эшмәкәрлегенә кешегә эш эҙләүҙә ярҙам күрһәтеү генә түгел, ә һөнәри йүнәлеш бу­йынса хеҙмәт алыу, сығарылыш уҡыусыларын һәм инвалидтарҙы стажировкалау, инвалидтарҙы һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы эшкә урынлаштырыу өсөн яңы эш урындары булдырыуға булышлыҡ итеү, уҡытыу һәм ҡайтанан уҡытыу (әгәр һөнәрең буйынса эш табып булмаһа) йәки түләүле йәмәғәт эштәренә йүнәлтеү һәм башҡалар инә. Эш эҙләүселәргә һәм эшҡыуарҙарға төрлө дәүләт программалары буйынса ярҙам итеү мөмкинлеге бар. Мәшғүллек үҙәгендә шулай уҡ йәштәр өсөн һөнәр һайлау буйынса саралар, вакансиялар йәрминкәләре, оҫталыҡ дәрес­тәре үтә.
- Беҙҙең төп маҡсат – кешеләрҙе эшле итеү. Юҡҡа ғына халыҡта “Эше барҙың ашы бар” тимәйҙәр бит. Әгәр ҙә инде кеше күңеленә ятҡан һөнәр тапһа, был инде беҙҙең хеҙмәткә юғары баһа. Әйткәндәй, 17 апрелдә район Мәҙәниәт һарайында 10.00 сәғәттән 12.00 сәғәткә тиклем вакансиялар йәрминкәһе ойошторола. Эш эҙләгән йәки эшмәкәрлек өлкәһен үҙгәртергә теләгән һәр кемде саҡырабыҙ. Был эш биреүселәр менән туранан-тура аралашыу һәм вакансиялар тураһында белеү өсөн бик яҡшы мөмкинлек, - ти Маргарита Наил ҡыҙы.
2015 йылдың ғинуарынан быйылғы йылдың апреленә тик­лем кадрҙар үҙәгенә эш эҙләп 15 319 граждан мөрәжәғәт иткән, улар араһынан 12 039 кеше ваҡытлыса һәм даими эшкә урынлаштырылған, 1705 эшһеҙ граждан ҡайтанан уҡытылған, эшһеҙлек осоронда 1984 кеше түләүле йәмәғәт эштәрендә ҡатнашҡан, 12 187 граждан һөнәри йүнәлеш буйынса хеҙмәттәр күрһәткән, һөнәри йүнәлеш буйынса хеҙмәттәр менән 12 187 граждан файҙаланған. 2017 йылдан быйылға тиклем 354 эшһеҙ эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеү бу­йынса мәғлүмәт-консультация, уларҙың 46-һы үҙ эшен асыу өсөн финанс ярҙам алған. Шулай уҡ социаль контракттар буйынса әүҙем эш алып барыла. Биш йыл эсендә “Эш эҙләү” йүнәлеше буйынса 100-ҙән ашыу контракт төҙөлгән, шул иҫәптән өс махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы менән, һәм тағы ла эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген үҫтереүгә 100-ҙән ашыу контракт төҙөлгән.
Район мәшғүллек үҙәгендә, заманалар ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, эш ҡайнай. Эш эҙләүселәр үҙәк белгестәренә мөрәжәғәт итеп, киләсәккә яҡты өмөттәр менән бағырға, яңы һөнәр, тормошта үҙ урынын табырға ярҙам ала.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотоһы.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас