Социаль тәьминәт
9 Апреля , 09:26

Изгелек, матурлыҡ һәм наҙ өләштеләр

Район Мәҙәниәт һарайында һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар өсөн “Бәләкәй принцессалар балы һәм рыцарҙар турниры” уҙҙы.

Изгелек, матурлыҡ һәм наҙ өләштеләрИзгелек, матурлыҡ һәм наҙ өләштеләр
Изгелек, матурлыҡ һәм наҙ өләштеләр

Барыһы ла байрамса кейенеп, шәп кәйеф менән килде балға. Йәш принцессалар һәм рыцарҙарҙы әкиәт персонаждары ишек төбөнән үк ҡаршы алды.
Байрам фойела уҡ башланды. Бында теләге булған һәр кем төрлө төҫлө шарҙар менән биҙәлгән махсус фотозонала фотоға төштө. Мәҙәниәт һарайының икенсе ҡатында ҡыҙҙар һәм малайҙар сәнғәт мәктәбе, Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто педагогтары, район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре менән һүрәт төшөрөү, аквагрим, сәс­кә ҡуйыу өсөн резинкалар, белә­ҙектәр, уйынсыҡтар эшләү һәм башҡа төрлө әйберҙәр яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә үҙ ҡулдары менән матурлыҡ тыуҙырҙы. Малайҙар иһә физкультура-һауыҡтырыу комплексы тренеры Роза Юнысова менән бергәләп шахмат-шашкала көс һынашты.
Артабан аниматор Луиза Вә­хи­това балалар өсөн күңелле уйындар уҙғарҙы. Балалар әкиәт геройҙары менән рәхәтләнеп уйнаны, эстафеталарҙа үҙ-­ара­ ярышты, күңел асты. Ихлас ани­маторҙар, әкиәт геройҙары байрамға килеүселәрҙең күңеленә асҡыс таба, иң йылы тойғолар уята алды.
Һуңынан үҙенсәлекле балалар өсөн байрам балы ойошторолдо. Ә ниндәй бал талғын бейеүһеҙ булһын инде. Ҡупшы кейенгән ҡыҙҙар-малайҙар “Далан” өлгөлө бейеү ансамбле бейеүселәре менән бергәләп вальс бейене.
Оҫталыҡ дәрестәре, фотосессиялар, турнирҙар тамамланғас, сарала ҡатнашыусылар залға уҙып, үҙ урындарын алды.
Сараға килгән балаларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен ра­йон хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров йылы сәләмләне. Уңыштар, һаулыҡ һәм бәхетле бала саҡ теләне.
Йылы, ҡанатландырғыс һүҙ­­­ҙәр­гә, йыр-моңға бай булды сара. Концерт программаһы матур сығыштар менән үрелеп барҙы. Залда ултырған та­машасылар һәр сығышты алҡыштарға күмде.
Байрам тәмле, татлы ризыҡ­тар менән һығылып торған сәй табыны артында тамамланды.
Был сара балалар һәм улар­ҙың ата-әсәләренә байрам кәйефе һәм күңел йылыһы бүләк итте.
- Алан исемле ейәнем менән килдем. Ейәнем 4-се класта белем ала, мәктәптә тик яҡшы билдәләргә генә уҡый. Бик аҡыллы бала, һәйбәт уҡый, күпте белә. Ейәнем сәнғәт һәм ҡурай түңәрәгендә лә шөғөлләнә. Балаларҙың күп һорауына яуап биреүсе танып-белеү тапшырыуын ярата, Йыһан киңлеге тураһында бик күп китаптар уҡый. Мин уның ныҡышмалылығы менән хаҡлы рәүештә ғорурланам.
Бөгөнгө сараны ойоштороу­ сыларға ҙур рәхмәт. Бик матур булды, ейәнемә бик оҡшаны, - ти Олокүл ауылынан килгән Зәлифә Насирова.
Сихонкин ауылынан Анна Сергеева бындай матур байрамдарҙың йыл һайын ойошторолоуын, балаларҙың үҙҙәренә ышанысты юғалтмауын теләп, балдан ҙур ҡәнәғәтлек кисереүен белдерҙе.
- Үҙенсәлекле ҡыҙым Агата менән бындай байрамда беренсе тапҡыр ғына ҡатнашмайбыҙ. Байрам бик оҡшаны. Иң мөһиме – иҫтәлекле бүләк, иғтибарлы, йылы мөнәсәбәт. Агата сарала әүҙем ҡатнаша, бейей ҙә, ярыша ла. Ҡыҙым бик ижади кеше. Пластилиндан төрлө әйберҙәр эшләй, ябай ҡағыҙҙан мөғжизә тыуҙыра һәм башҡа ҡул эштәре менән булышырға ярата. Бынан тыш, сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар араһында район, республика кимәлендә ойошторолған төрлө конкурстарҙа ҡатнашабыҙ. Агата “Икенсе вице-мисс – Башҡортостан һылыуҡайы-2024” исемен яуланы. Күптән түгел Өфөлә үткән “Таланттар йондоҙлоғо” конкурсында ҡатнашып ҡайттыҡ. Әле конкурстың һөҙөмтәләрен көтәбеҙ. Агата урындағы мәктәптә белем ала. Уҡыуҙа тик бишлегә генә өлгәшә, - тине ул.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас