Даирә
-20 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Социаль тәьминәт
5 Декабрь 2025, 10:03

Мөмкинлектәренең сиге юҡ

Ҡырмыҫҡалы ауылының физкультура-һауыҡтырыу комплексында Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә арналған спорт фестивале үтте.

Мөмкинлектәренең сиге юҡ
Мөмкинлектәренең сиге юҡ

Ҡырмыҫҡалы ауылының физкультура-һауыҡтырыу комплексында Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә арналған спорт фестивале үтте.
Фестиваль төрлө йәштәге һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән ҡатнашыусыларҙы йыйҙы. Спортсыларҙы сәләмләү һүҙе менән йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлеге начальнигы Руслан Хәйертдинов сығыш яһаны.
- Район хакимиәте, спортсылар исеменән байрамығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Бөгөн һеҙҙе спорт майҙанында күреүебеҙгә шатбыҙ. Был бәйгенән үҙегеҙгә дәрт, көс тупларһығыҙ, ярыштарҙа әүҙем ҡатнашып, лайыҡлы награда алырһығыҙ. Ныҡлы һаулыҡ, тормошоғоҙҙа һәр ваҡыт уңыштар юлдаш булыуын, хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйем. Барығыҙға ла әүҙем тормош позицияғыҙ, спорт менән дуҫ булыуығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Яҙмыш һынауҙарына ҡарамаҫтан, үҙ көсөгөҙгә һәм мөмкинлектәрегеҙгә ышанып йәшәгеҙ, һеҙҙең ихтыяр көсө икһеҙ-сикһеҙ,- тине Руслан Илдус улы.
Артабан сараға йыйылыусылар шашка, шахмат, дартс һәм өҫтәл теннисы буйынса спорт төрҙәрендә ярышты. Бәйге сәмле барҙы. Спортсыларҙың барыһы үҙ көсөн, оҫталығын һәм һәләтен күрһәтте.
Бынан тыш, ҡатнашыусылар “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексын үҫтереү буйынса ГТО нормативтарын да тапшырҙы. Улар сикләүҙәргә ҡарамаҫтан, бөтә кешеләр өсөн физик әүҙемлек мөһим икәнлеген иҫбатланы.
Әлбиттә, дуҫлыҡ еңде. Ярыш һөҙөмтәләре барыһын да ҡыуандырҙы, сөнки бәйгелә ҡатнашыусы спортсыларҙың барыһы ла еңеүсе тип билдәләнде. Сара һуңында спорт фестивалендә ҡатнашыусыларға грамоталар, миҙалдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Шулай уҡ барыһы ла ГТО-ның айырма билдәләре менән наградланды.
Сарала ҡатнашыусылар бын­дай иғтибарға рәхмәт әйтеп, спорт фестивале һәр береһенең күңелендә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырыуын белдерҙе.
- Ярыштарҙан бик ҡәнәғәт ҡалдыҡ. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән дуҫтарыбыҙ төрлө ярыштарҙа ҙур теләк һәм дәрт менән ҡатнашты. Кемдер өсөн был беренсе ярыш булһа, кемдер үҙенең оҫталығын иҫенә төшөрҙө. Бөгөн еңеү яулау түгел, ә ҡатнашыу үҙе ҡыуаныс. Матур сараны ойоштороусыларға рәхмәт белдерәм, бөтәһенә лә һаулыҡ, тыныслыҡ, изгелек һәм бәхет теләйем, - тине инвалидтар йәмғиәтенең район бүлексәһе етәксеһе Галина Веревкина.
- Был сараға уйындан, аралашыуҙан ләззәт алыу өсөн килдем. Еңеү мөһим түгел, ҡатнашыу мөһим. Бәйгелә булған бөтә спорт төрөндә лә үҙемде һынап ҡараным. Бик оҡшаны. Хатта ГТО нормаларын да тапшырҙым. Спорт сикһеҙ,- тине Прибельский ауылынан килгән өсөнсө төркөм инвалиды Илшат Вәлиев.
Байрамдан һәр кем яҡшы кәйеф, көс, дәрт алып таралышты. Был фестивалдән алған тәьҫораттар һәм спорт көрәше рухы уларҙың хәтирәләрендә оҙаҡ һаҡланыр.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.

Автор: Фируза Рахматуллина 
Читайте нас