Даирә
-20 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Социаль тәьминәт
30 Ноябрь 2025, 17:57

Тормош һынауҙарына бирешмәй

Оло тормош юлы үткән, көслө рухлы, яғымлы, ихлас, балаларым, тип йән атҡан әсә - Түбәнге Төкөн ауылында йәшәүсе Әлфиә Бикташеваға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел.

Тормош һынауҙарына бирешмәй
Тормош һынауҙарына бирешмәй

Оло тормош юлы үткән, көслө рухлы, яғымлы, ихлас, балаларым, тип йән атҡан әсә - Түбәнге Төкөн ауылында йәшәүсе Әлфиә Бикташеваға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Күптәр өсөн өлгө булырлыҡ гүзәл зат ул.
Әлфиә Бүләкҡол ҡыҙы Ҡамышлы ауылында Амановтар ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға ауаз һала. Уның атаһы менән әсәһе Ҡамышлы ауылындағы балалар йортонда эшләйҙәр. Ата­һы Бүләкҡол Шәйхетдин улы келәт мөдире, әсә­һе Көмөшбикә Әхмәҙулла ҡыҙы кер йыуыу­сы була. Ҡыҙға ике йәш тулғас, ғаилә Түбәнге Төкөн ауылына күсә. Ата-әсәһе Әлфиәгә иптәш итеп ҡусты алып ҡайта. Ғаиләлә балалар хәстәрлек, иғтибар тойоп үҫә. Донъя көтөү, балаларын аяҡҡа баҫтырыу өсөн ата-әсә тырышып эшләй. Бүләкҡол Шәйхетдин улы Белорет яҡтарына барып урман әҙерләүҙә тир түгә. Шул ваҡытта һыуыҡ тейҙереп, сәләмәтлеге ҡаҡшай. Ул ун өс йыл тирәһе түшәктә ята. Оҙаҡ һәм ҡаты ауырығандан һуң, йәшләй баҡыйлыҡҡа күсә. Әсәһе Көмөшбикә Әхмәҙулла ҡыҙы пенсияға сыҡҡансы, 1975 йылға тиклем почтала тырышып эшләй.
Әлфиә апай урындағы мәктәпте тамамлағас, Өфө сауҙа учи­лищеһына документтарын тапшыра. Уҡыу йор­тонда кассир-контролер һө­нәрен үҙ­ләштерә. Урта һө­нәри белем алып, оло тормошҡа аяҡ баҫа. Хеҙмәт юлын баш ҡаланың 7-се магазинында һатыусы булып башлай. Өфө ҡалаһында эшләп йөрөгән, күптән түгел армия сафтарынан ҡайтҡан ауылдашын осратып дуҫлашып китәләр. Йәштәрҙең дуҫлыҡтары оло мөхәббәткә әүерелә. Тор­мош юлдашы Фәрғәт Дәүләтбай улы менән 1975 йылда никахлашалар. Йәш ғаилә тәүҙә Өфөлә йәшәй, ләкин тыуған яҡ һағындыра, үҙенә тарта һәм йәштәр күп тә уйлап тормайынса ауылдарына ҡайтып төпләнәләр. Ҡа­тын ҡайтыу менән фермаға эшкә сыға.
- Фермала һауын һыйырҙар бик күп була торғайны. Һәр һа­уынсы ҡул менән көнөнә утыҙ­ҙан артыҡ һыйыр һауҙы. Йәйләүҙә йөрөүҙәр айырым бер тарих, күңелле мәлдәр булып хәтерҙә тороп ҡалған, - тип хәтерләй ул.
Һуңынан ауыл осонда урынлашҡан һөт пунктында хеҙмәт һала. Артабан Әлфиә апайҙы мәк­тәпкә ашнаҡсы итеп эшкә саҡыралар. Унда алты йыл мәктәп уҡыусыларын тәмле аш-һыу менән һыйлай. Хаҡлы ялға сыҡҡас, почта бүлексәһендә лә эшләп ала. Тормош иптәше Фәрғәт ағай Куйбышев исемендәге колхозда механизатор була. Һуңынан уны бригадир итеп тәғәйенләйҙәр. Күпмелер ваҡыт Ҡамышлы ауылында заправкалаусы булып эшләй. Тик сәләмәтлеге ҡаҡшағанлыҡтан эшен ташларға тура килә. Ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, Фәрғәт ағай ағымдағы йылдың июнь айында вафат булып ҡала. Әйткәндәй, Бикташевтар быйыл бергә йәшәүҙәренең илле йыллыҡ юбилейын да билдәләгән.
- Аллаһҡа шөкөр, һәйбәт йәшәнек, үкенерлек булманы. Бер-беребеҙгә терәк булып, бар ауырлыҡтарҙы-шатлыҡтарҙы уртаҡлашып, тиң ғүмер кисер­ҙек, - ти Әлфиә Бүләкҡол ҡыҙы.
Бикташевтар биш балаға - өс ҡыҙ һәм ике малайға ғүмер, матур тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығара. Өлкән ҡыҙҙары Айгөл кейәүҙәре Георгий ме­нән Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәйҙәр, өс бала тәрбиәләйҙәр. Ҡыҙҙары Айһылыу шулай уҡ Ҡырмыҫҡалыла. Тормош иптәше Ришат менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Улдары Рөстәм Әлфиә апай менән төп йортта йәшәй. Ата-әсәгә бала ҡайғыһы кисерергә лә тура килә. Ҡыҙҙары Әлиә бик иртә баҡыйлыҡҡа күсә. Иң кесе улдары Айҙар мәктәп йылдарынан уҡ хәрби булырға хыяллана. Шуға күрә лә тормошон Тыу­ған илде һаҡлауға бағышлай. Армиянан һуң хеҙмәтен дауам итеп, Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй һәм Һамар ҡалаһында хеҙмәт итә башлай. Айҙар хеҙмәт осоронда бер нисә тапҡыр Сүриәлә һәм Тажиҡстанда хәрби бәрелештәрҙә ҡатнаша.
- Махсус хәрби операция башланған осорҙа юл һәләкәтенә эләгеп, сәләмәтлеге ҡаҡшап, бер аҙ реабилитация үтеп ятҡайны. Бергә хеҙмәт иткән иптәштәре менән хәрби операция биләмәһенә инә алмағас, бик ҡайғырғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик күп иптәш егеттәре һуғыштың ҡыҙыуына эләгеп, мәрхүм булдылар. Улар эргәһендә була алмағанға үҙен ғәйепле һанап, иптәштәре өсөн борсолдо. Балаҡайым, тыныслан, һауыҡҡас иптәштәрең янына барырһың, тип йыуаттым уны. Һәм ул 2023 йылдың ғинуар айын­да хәрби часына юлланды. Бөгөнгө көндә махсус хәрби операция биләмәһендә прапорщик дәрәжәһендә рота командиры булып хеҙмәт итә. Махсус хәрби операция зонаһынан йыш ҡына шылтыратып, беҙҙең менән хәбәрләшеп, хәл-әхүәлебеҙҙе белешеп тора, - ти Әлфиә апай.
“Шихан” позывнойлы ҡа­һар­­ман яҡташыбыҙҙың әсәһе әлеге мәлдә илебеҙ азатлығы өсөн көрәшкән улы менән ғорурлана һәм уның имен-һау, еңеү менән ҡайтыуын теләй. Амин, шулай булһын.
Әлфиә Бүләкҡол ҡыҙы өй мә­шәҡәттәренә, ҡайғыларға ба­ҫылып ултырмай, ауыл тормошо менән дә ҡайнап йәшәй. Клубта ойошторолған төрлө фәһемле һәм файҙалы сараларҙа ҡатнаша.
- Ауыл халҡы бик дәртле: төрлө сараларға дәррәү йөрөй. Әле беҙҙең клубта яңы мәҙәни ойоштороусы эшләй башланы. Уға ярҙам итәбеҙ тип тотонғайныҡ, оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан, ҙур теләк менән мәҙәниәткә сумдыҡ та киттек. Ағинәйҙәр ансамблен дә ойош­торҙоҡ. Байрам сиктәрендә кү­ңел асыу саралары үткәрелә, бай программалы концерттар ме­нән сығыш яһайбыҙ. Әле бы­на Әсәләр көнөнә арналған концерт әҙерләйбеҙ. Күптән түгел Ҡамышлы ауылында Бө­йөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнал­ған сарала ҡатнаштыҡ, - ти Әлфиә Бүләкҡол ҡыҙы.
Ауыл клубы төрлө мәҙәни са­ралар уҙғарыу урыны ғына тү­гел, бында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә ярҙам итергә килеүселәр ҙә өҙөлмәй. Улар гуманитар ярҙам, исемле посылкалар әҙерләп ебәрһенме, маскировкалы япмалар үрһендәрме, бер ваҡытта ла ситтә ҡалмайҙар, бар ергә лә өлгөрәләр.
- Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәребеҙгә ярҙам итеү маҡсатында алып барылған эштең туҡтап торғаны ла юҡ. Ауыл ағинәйҙәре менән бергә йыйылып һалдаттарға маскировкалау селтәрҙәре үрәбеҙ, үлән сәйҙәре әҙерләйбеҙ, май шәмдәре һәм башҡа кәрәк-яраҡ әйберҙәр эшләйбеҙ, төрлө тәмле-татлы ризыҡ бешереп тә оҙатабыҙ. Әхирәттәрем Рәүиә Хәмитова, Хәмдиә Мөхәмәт­йәнова, Рәмзилә Хөсәйенова, Әлфирә Хөсәйенова, Фрәнгизә Әлмөхәмәтова - бөтәһенә лә оҫ­талар, тапочкалар бәйләйҙәр, йөн иләйҙәр, селтәрҙәр үрәләр һәм башҡа эштәр башҡаралар. Уландарыбыҙға бағышлап доға ла ҡылабыҙ, һәр йома мәсеткә йөрөйбөҙ. Мин үҙем Ҡөрьән китаптары уҡыйым. Бер намаҙҙы ла ҡалдырғаным юҡ, - ти ағинәй.
Әйткәндәй, Әлфиә апайҙың бик матур шөғөлдәре лә бар. Ул оҫта итеп гармунда ла уйнай, матур итеп йырлай ҙа.
- Элек гел генә гармунда уйнай инем. Әле генә гармунды бик һирәк ҡулыма алам. Ауылда­шым Айҙар гармунсы ине. Беҙ уның менән бәләкәйҙән бик дуҫ булдыҡ. Беҙгә өйгә килһә, атайым уға гармун тоттороп ҡуя. Атайым үҙе гармунда уйнамаһа ла, бик матур йырлай торғайны. Шунан Айҙар уйнай башлаһа, атайым гар­мунға ҡушылып моңло итеп йыр һуҙыр ине. Дуҫыбыҙ гармунда уйнап арып-талып ҡайтып китә. Атай-әсәйем ҡустым Азаматҡа тип гармун алып биргәйне. Ул уны тотоп та ҡараманы, әммә ҡустым матур йырлай ине. Азамат һуңынан Стәрлетамаҡ сәнғәт училищеһын тамамлап, мәҙәниәт өлкәһендә эшләне. Шунан Айҙар мине гармунда уйнарға өйрәтте. Ул шул тиклем мауығып гармун төҙөлөшөн һөйләне. Мин инде ипләп кенә тартҡылап ҡарайым, көй сығарырға тырышам. Шулай итеп иң тәүҙә “Беренсе мөхәббәт” йырының көйөн уйнарға өйрәтте. Элек киске уйындар гармунһыҙ үтмәй ине. Айҙар армия­ға кит­кәс, клубта киске уйында йәш­тәрҙе мин гармунда уйнап бейетә торғайным, - ти Әлфиә Бикташева йылмайып.
Тынғыһыҙ, әммә бәхетле мә­шәҡәттәргә күмелеп, яҡты хыялдарға өмөтләнеп йәшәүен дауам итә Әлфиә апай. Баҡса тултырып йәшелсә-емеш, бә­рәңге сәсеп, мул уңыш алыуға өлгәшәләр. Тәҙрә төптәрендә гөл, баҡсала сәскәләр йәм биреп, хуш еҫ бөркә. Күпләп мал, ҡош-ҡорт та аҫрай.
- Ауыл ерендә малһыҙ булмай. Элегерәк күпләп мал аҫраныҡ. Әле бер һыйыр ҡалдыр­ҙым. Тағы ла бер тана, быҙау, ике кәзәм бар. Үҙегеҙ беләһегеҙ, кәзә һөтө бик файҙалы. Ите лә һарыҡ ите кеүек тәмле. Күпләп ҡош-ҡорт аҫрайбыҙ. Һыйыр­ҙы һауып, ағын эшкәртеп май бешәм, ҡорот, эремсеген дә яһа­йым. Баҡсала барлыҡ йәшелсә-емеште үҫтерәбеҙ. Баҡса емешенән ҡышҡылыҡҡа компоттар, салаттар әҙерләйем,- ти уңған хужабикә.
Әлфиә Бүләкҡол ҡыҙы балаларына яратҡан әсәй, ейән-­ейәнсәрҙәренә иң мөләйем өләсәй. Бәхетле өләсәйҙең ту­ғыҙ ейән-ейәнсәре, дүрт бүлә-бүләсәрҙәре бар. Улар ҡәҙерлеләрен уңыштары менән ҡыуандырып ҡына тора. Ейән­дәре каникулдарын, ялдарын түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Ауылға ҡайтып, өләсәйҙәре бешергән тәмле-татлы ризыҡтар менән һыйлана. Ҡәҙерле ба­лалары, ейәндәре өсөн өҙө­лөп тора, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙыр­ға ла әҙер.
Әлфиә Бүләкҡол ҡыҙы, яҡын­дарығыҙҙы ҡыуандырып, артабан да йылылыҡ, изгелек өләшеп, бәхетле ғүмер итеп, сәләмәтлектә, оҙон-оҙаҡ йә­шәргә яҙһын, тигән теләктәбеҙ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотоһы.

Автор: Фируза Рахматуллина 
Читайте нас