Элек тормошта шундай хәлдәр менән дә осрашырға тура килде: әгәр ата-әсәһеҙ үҫкән йәш кеше ипотекаға фатир алһа йәки әсәлек капиталы ярҙамында торлаҡлы булһа, уға закон буйынса тейешле фатирҙы биреүҙән баш тарталар ине. Хәҙер бындай ҡарар дөрөҫ түгел тип табылды.
Рәсәй Федерацияһының Конституцион Суды етем балаларҙың ипотекаға һәм әсәлек капиталы средстволарына торлаҡ алғандан һуң да бушлай фатир алыуға хоҡуғын яҡланы. Рәсәй гражданы Тимерйәнованың ялыуы буйынса ҡайһы бер закон нормалары положениеларын тикшереү һөҙөмтәһендә ошондай ҡарар ҡабул ителде.
Судтың иҫбатлауынса, дәүләт етем балалар алдында үҙ иңенә ата-әсәлек бурыстарын ала. Тимәк, торлаҡ менән тәьмин итеү – хатта улар был мәсьәләне үҙҙәре хәл итергә тырышыуҙарына ҡарамаҫтан, барыбер дәүләт иңендә ҡала. Ипотека – етди көсөргәнеш һәм хәүеф. Йәш ғаиләләр өсөн бындай ауырлыҡтарҙы дәүләт ярҙамы саралары менән генә йомшартырға мөмкин. Ипотекаға алынған торлаҡ йәштәрҙең фатир майҙаны менән тәьмин ителеше кимәлен билдәләгәндә иҫәпкә алынмай.
Фото: Рәсәй Конституцион Судының “Бәйләнештә” сайты.