Даирә
+24 °С
Ямғыр
Социаль тәьминәт
9 Апрель 2025, 18:55

"Хәйер ҙә һалмағас, мәсеткә килмәһен!"

Яңғыҙ көн күргән ағайға ябырылдылар...

"Хәйер ҙә һалмағас, мәсеткә килмәһен!""Хәйер ҙә һалмағас, мәсеткә килмәһен!"
"Хәйер ҙә һалмағас, мәсеткә килмәһен!"

Яңғыҙ көн күргән ағайға ябырылдылар...

Хәйер аҡса ғына түгел, уның мәғәнәһе бик киң. Бер-береңә аҡыл, фекер, ҡул көсө менән ярҙам итеп, күңелде үҫтереү, йылмайыу, ихлас күрешеү, хәлде һорашыу, бүләк бирешеү, йорт төҙөшөү... Быларҙың барыһы ла – хәйер.

Ошо темаға ярашлы, гәзит уҡыусыларыбыҙҙың береһенең хатын тәҡдим итәбеҙ.

“Ауылыбыҙҙағы өлкән йәштәге яңғыҙ ағай көн дә мәсеткә йөрөй. Иман йорто былтыр асылғайны, шунан бирле уның тупһаһына саң ҡундырмай. Әммә ҡайһы берәүҙәр быны оҡшатмай. “Уның көн дә йөрөүенән ни фәтүә? Хәйер һалғанын да күргәнебеҙ юҡ. Гел буш ҡул менән бара шикелле. Улай булғас, килмәһен. Аят уҡығанын да ишеткән юҡ. Намаҙға ла баҫмаған”, – ти бәғзе ауылдаштар. Ысынлап та, мәсеткә ваҡыт үткәрер өсөн йөрөй кеүек килеп сыға түгелме?” – тиелә хатта. Һорауға дин әһелдәренең әйткәндәренә, дини китаптарға нигеҙләнеп яуап бирергә тырышабыҙ.

Был йәһәттән шунда уҡ динебеҙҙәге “Үҙеңдән башҡаны фәрештә тип бел” тигән һабаҡ хәтергә төшә. Өлкән йәштәге яңғыҙ ағай... Уның күңелендә ниндәй генә уй-кисерештәр ҡайнамайҙыр! Бәлки үкенәлер, әрнейҙер, һағыналыр, йәненә тыныслыҡ таба алмай өҙгөләнәлер? Яңғыҙлыҡ кинәнес түгел бит, ә ғазап. Ауырлыҡтарҙан иһә әҙәм балаһы Аллаһ Тәғәләгә һыйына, Уның ярҙамына өмөтләнә. “Хәйер һалғанын да күргәнебеҙ юҡ”, – тип белдерә ауылдаштар. Нимә ул хәйер? Аҡса һалыу ғынамы? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр был ғәмәлде шулай тип аңлай. Ә хәйерҙең мәғәнәһе бик киң. Алда әйткәнебеҙсә,
бер-береңә аҡыл, фекер, ҡул көсө менән ярҙам итеп, күңелде үҫтереү, йылмайыу, ихлас күрешеү, хәлде һорашыу, бүләк бирешеү, йорт төҙөшөү һ.б. – барыһы ла хәйер. Изге ғәмәлдең эсенә бар яҡшылыҡ тупланған. Хатта, мәҫәлән, кемдер атҡа менә алмай тора икән, уға ярҙам итеп ебәреү ҙә хәйергә һанала. Ни өсөн тигәндә, ҡәрҙәшеңә булышлыҡ ҡылдың, күңелен үҫтерҙең, яңғыҙ түгеллеген иҫенә төшөрҙөң, мәрхәмәтлек, шәфҡәтлелек кеүек сифаттарҙың мәңгелек икәненә йәнә бер ҡат инандырҙың. Ярҙам күргән кеше үҙе лә бүтәндәргә изгелек өләшә башлар. “Аллаһ Тәғәләнең юлында ярҙам күрһәтеүселәр, хәйер биреүселәр, гүйә ки, орлоҡ кеүек, – тиелгән Ҡөрьәндә. – Ул, үҫеп етеп, ете башаҡҡа әйләнер. Һәр береһендә йөҙ орлоҡ булыр...”

Динебеҙҙә, мәғлүм булыуынса, баҡыйлыҡҡа күскәндәр өсөн хәйер биреү ҙә бар. Мәрхүмдәрҙең рухы көтөп тора, ти әсәй-өләсәйҙәр ҙә. Баҡыйлыҡтағылар хәйергә, Ҡөрьән уҡытыуға һәр ваҡыт мохтаж, аят-доғалар уларға нур, яҡтылыҡ, рәхмәт булып бара. Исламда шулай уҡ мәрхүмдәрҙе һуңғы юлға ҡәҙерләп оҙатыу, унан һуң да бергәләп иҫкә алып тороу йолаһы бар. Был, беренсенән, туғандарҙың ҡайғыһын уртаҡлашыу булһа, икенсенән, баҡыйлыҡҡа күскәндең рухына хәйер бирелә, доға ҡылына. Был ғәмәл үҙебеҙгә бәрәкәт, күңел тыныслығы рәүешендә әйләнеп ҡайта.

Әлеге һорауға әйләнеп ҡайтҡанда, мәсеткә көн дә йөрөгән ҡәрҙәшебеҙ, әл-хәмдү лил-ләһ, иман юлында башҡаларға өлгө күрһәтеп, ғәйәт ҙур изге эш башҡара. Был – үҙе үк хәйер. Мәсеткә аҡса һалыр өсөн генә килмәйҙәр. Уның тупһаһына саң ҡундырмау, аят-доғаларҙан айырылмау – мосолмандың изге бурысы. Йәнә шуны әйтеп китмәү мөмкин түгел: был ағайҙың мәсеткә буш ҡул менән йөрөгәнен кем ныҡлы раҫлай ала? Бәлки, ул хәйерҙе башҡаларға күрһәтмәйенсә һалалыр? Исламда бит изге ғәмәлдәр бүтәндәр ҡарап баһалаһын тигән маҡсатта үтәлмәй, ә фәҡәт Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтен алыу өсөн атҡарыла.

“Аят уҡығанын да ишеткән юҡ. Намаҙға ла баҫмаған”, – тип ғәйепләргә тырыша яңғыҙ ағайҙы ауылдаштар. Әлеге барлыҡ оло йәштәгеләр кеүек үк, уның ғүмеренең күп өлөшө Ислам ҡыҫырыҡланған осорға тура килгән. Дин юлына баҫыу тиҙ арала башҡарыла торған эш түгел. Хатта “Ҡөрьән Кәрим” дә 23 йыл дауамында яҙылған. Һәр ғәмәлгә ваҡыт кәрәк. Шуны ла әйтергә кәрәк: әҙәм балаһы аяттарҙы башҡаларға бөтөнләй ишеттермәй, эстән генә лә уҡый ала – бәлки был ағай доғаларҙы бүтәндәрҙән күберәк тә беләлер?

Дөйөм алғанда, Аллаһ йортона илткән юлға саң ҡундырмаған ҡәрҙәшебеҙгә шик менән ҡарау, уға “сүп” өйөргә тырышыу – бөтөнләй килешмәгән эш. Бер-беребеҙгә ҡарата иғтибарлы, мәрхәмәтле, шәфҡәтле булайыҡ, дингә килергә ынтылғандарға, яңғыҙлыҡтан ыҙалағандарға, мохтаждарға яҡшы һүҙебеҙҙе, ихлас кәңәштәребеҙҙе йәлләмәйек.

Автор фотоһы.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас